Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 15:00

"Иртәгә бергәләп Шайморатовҡа һәйкәл асабыҙ"

Республика көнөндә Донецк халыҡ республикаһы делегацияһы беҙҙең менән буласаҡ.

"Иртәгә бергәләп Шайморатовҡа һәйкәл асабыҙ""Иртәгә бергәләп Шайморатовҡа һәйкәл асабыҙ"
"Иртәгә бергәләп Шайморатовҡа һәйкәл асабыҙ"

Бөгөн Өфөгә Донецк Халыҡ Республикаһы делегацияһы килде. Уға төбәктең башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин етәкселек итә. Делегацияны ҡаршы алғас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәргә яҙма ҡуйҙы.

“Башҡортостан менән Донбасстың дуҫлығына бер нисә йыл. Атай-олатайҙарыбыҙ был ерҙе фашистарҙан азат иткән. Генерал Шайморатов Донбассты һаҡлап һәләк булған һәм шунда ерләнгән. Ҡаһармандың иҫтәлегенә унда бөгөн дә бик һаҡсыл ҡарайҙар.

Ныҡлы дуҫлыҡ беҙҙе Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән дә бәйләй. Республика көнөндә Денис Владимирович етәкселегендәге ДХР делегацияһы беҙҙең менән. Иртәгә генерал Шайморатовҡа һәйкәл асабыҙ. Денис Пушилиндың унда ҡатнашыуы – Башҡортостанға һәм шәхсән миңә ҡарата ла ҙур хөрмәт билдәһе”, - тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас