

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йылы өсөн түләү мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, “Инцидент-менеджмент” системаһына был аҙнала тап ошо тема буйынса һорауҙар бик күп килгән.
Белеүебеҙсә, йылыны сентябрь аҙағында, 26-27-ләрендә бирҙеләр. Кешеләрҙе был өс көн өсөн нисек түләү мәсьәләһе бик борсоуо аңлашыла.
Елена Прочаковская белдереүенсә, сентябрь өсөн ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар йылыға тулыһынса түләү буйынса иҫәп ҡуясаҡ.
– Кешеләр йылытыу өсөн нисек түләйбеҙ тип һораны. Сентябрҙә йылыны өс көн генә бирҙеләр Закон буйынса өс көн генә бирелһә лә, тулы ай өсөн түләйбеҙ. Артабан, майҙа әгәр ай буйына йылытһалар ҙа, ҡулланыусылар түләмәй. Федераль закон шундай, – тине Елена Прочаковская.
Фото: newsbash.ru