Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 15:30

Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар

"Дуҫлыҡ" паркы райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән.

Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны барЙәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеү менән район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәренә махсус ял итеү урындары булдырыу бурысын ҡуйҙы. Был урындың тәү сиратта балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәүефһеҙлеге төп шарт ине.

Төрлө федераль һәм республика программалары ярҙамы менән күпселек ҡала-район үҙәктәрендә парктар эшләй башланы. Эш сәфәрҙәренә йыш йөрөгәс, төҙөлөш барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү икеләтә ҡыуаныслы.

Йәрмәкәй районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, шул иҫәптән йәш быуындың именлегенә ҙур иғтибар бүленә. Балаларҙың юлда үҙҙәрен тота белеүе, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүе - бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Ошоно иҫәпкә алып, районда балаларҙы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү майҙансығы булырға тейеш тигән ҡарарға киләләр һәм төҙөкләндерелә башлаған “Дуҫлыҡ” паркында балалар өсөн заманса төҙөлгән автоҡаласыҡ асалар.

"Был майҙансыҡта балалар баҡсаһына йөрөгәндәр, башланғыс класс уҡыусылары уйын аша юл ҡағиҙәләренә өйрәнәсәк. Уйын барышында материалды үҙләштереү еңелерәк. Был майҙансыҡ реаль хәрәкәт шарттарын тулыһынса тиерлек ҡабатлай һәм балаларҙы юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса заманса талаптарға яуап бирә. Майҙансыҡта 71 юл билдәһе, светофор ҡуйылған, йәйәүлеләр үткәүеле булдырылған, юл билдәләре ҡулланылған", - ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рауил Арыҫланов.

Йәрмәкәй ауылының “Дуҫлыҡ” паркын төҙөкләндереү 2017 йылда роликлы саңғы юлы һалыуҙан башлана. Был эш урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә маршрутты һалыу буйынса эштәр тамамланған. Йәйәүлеләр күпере лә ҡуйылған һәм яҡтыртыу үткәрелгән.

2019 йылда был программа буйынса төҙөлөш дауам итә. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған, улар яҡтыртыла, резина япма менән ҡапланған балалар өсөн уйын комплексы төҙөлгән, паркты төҙөүгә яҡынса дүрт миллион һум аҡса сарыф ителгән.

Быйыл иһә ошо программаға ярашлы фонтан эшләй башлаған, тротуарҙар һалынған, беседкалар, усаҡтар эшләнгән.

Паркты төҙөкләндереү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт майҙансыҡтары, йәйге сәхнә, кафе, ял итеү урындары булдырыласаҡ. Резина япмалы хоккей, футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк.

Рауил Арыҫланов төҙөкләндереү эштәре тураһында һөйләгәндә атҡарылған эштәрҙе барлап таң ҡалаһың: ҡасандыр был урында һаҙлыҡ һәм ағаслыҡ булған. Биш этапта үткән төҙөкләндереү эштәре барышында һаҙлы урындар киптерелгән, быуалар эшләнгән. Бында өйрәктәр оя ҡороп, паркты йәмләп йөрөй.

Паркта йылы миҙгелдәрҙә өс километр араны йәйәүләп тә, велосипедта ла үтергә була. Ҡыш иһә бынан саңғысылар өҙөлмәй.

Паркты төҙөкләндереү һәм Йәрмәкәйҙең йөҙөк ҡашы итеүҙә урындағы халыҡтың тырышлығын да билдәләп үтергә кәрәк. Тәү сиратта буласаҡ парк майҙанын ағас-ҡыуаҡтарҙан таҙартыу, сүп-сар йыйыу эшенә халыҡ өмәләргә сығып дәррәү ҡушыла. Әле лә ошондай саралар үткәреп, ағастар ултыртып, тирә-йүнде тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу өсөн өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә тырыша.

Фотолар “Йәрмәкәй хәбәрҙәре” гәзитенән алынды.

Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Йәрмәкәйҙәрҙең ял итеү урыны бар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас