

Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Рәхим улы Әбдрәшитов, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй Оборона министрлығының генераль инспекторы Валерий Баранов, Рәсәй художество академияһы академигы, архитектор Салауат Щербаков ҡатнашты.
Утты-һыуҙы үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитовтың сығышы айырыуса фәһемле булды.
– Генерал Шайморатов Ватаныбыҙ өсөн өсөн һәләк булған. Ул үҙен көслө, тәжрибәле, белемле хәрби етәксе итеп күрһәткән. Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығы – мәңгегә беҙҙең йөрәктә. Ватан батырҙарына һәр саҡ хөрмәт менән ҡараясаҡбыҙ, – тине Рәйес Рәхим улы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский сығышында йәш быуынға – шайморатовсыларға мөрәжәғәт итте.
– Шайморатов – Ҡыҙыл Армияның ҡоро ер ғәскәрҙәре араһында иң күп Советтар Союзы Геройы биргән (78 кеше) дивизияның данлы командиры. Уларҙың һәр береһенең исеме алтын хәрефтәр менән мемориаль комплекста соҡоп яҙылған. Шайморатовсыларға, Миңлеғәле Шайморатов кеүек, алдарына ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйем. Ул бик белемле булған, күп тел белгән, данлы хәрби карьера эшләгән, юғары ойоштороу һәм командирлыҡ һәләтен күрһәткән. Әле Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән Донбасс биләмәһендә һәләк булған. Бөгөн ошо мемориаль комплексты асыу – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм башҡорт еренең барлыҡ батырҙарына рәхмәт әйтеү, – тине Владимир Мединский.
Башҡортостан халҡын тәбрикләп, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин сығыш яһаны һәм оҙаҡ йылдар Донбассҡа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бөгөн башҡорт ерендә булыуым менән ғорурланам. Оҙаҡ йылдар дауамында Донбассҡа ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Айырыуса - 2014 йылдан беҙҙең халыҡты яҡларға баҫҡан яугир-ирекмәндәргә. Миңлеғәле Шайморатов – бөтә Рәсәй өсөн тарихи шәхес. Ул беҙҙең халыҡҡа бик ҡәҙерле кеше, сөнки Башҡортостан менән Донбассты мәңгелеккә бәйләне, – тине Денис Пушилин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен асты. Совет майҙанында Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Әйткәндәй, хәҙер көн һайын 12.00 сәғәттә “Шайморатов генерал” йыры көйөнә сәғәт куранттары һуғасаҡ. Был генералға һәм Башҡортостандың барлыҡ яугирҙәренә белдерелгән дан һәм рәхмәт сағылышы буласаҡ.
Артабан Радий Хәбиров һәм мәртәбәле ҡунаҡтар мемориаль комплексҡа сәскәләр һалды.
Сарала республика Башлығы хәрбиҙәргә, Донбассты яҡлауҙа, тергеҙеүҙә ҡатнашҡан бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Шайморатов орденын тапшырҙы.
Һәйкәл асыу тантанаһында тағы ла бер тарихи ваҡиға булды – 500 мәктәп уҡыусыһын кадет-шайморатовсылар сафына алдылар, уларға байраҡтар тапшырҙылар.
Мәғлүм булыуынса, Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау эштәре 2020 йылда Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса башланды. Йәмәғәт урынын төҙөкләндереүгә тотонор алдынан бында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"он тапшырыу тантанаһы үтте, уны Мәскәүҙән республикаға мәңгелеккә һаҡлауға алып ҡайттылар.
Легендар командирға һәйкәлде конкурста еңгән билдәле скульптор Салауат Щербаков эшләне. Постаменттың ситтәренә барельефтар ҡуйылған. Уларҙа башҡорт халҡының ҡаһарман тарихы сюжеттары һынландырылған – “Урал батыр” эпосы, халыҡ геройы Салауат Юлаев тормошо, “Төньяҡ амурҙары"ның һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлыҡтары.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, "Башинформ".