Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 16:30

"Был ерҙәргә лә тыныслыҡ килер"

Башҡорт батальондары егеттәре республика халҡын байрам менән ҡотланы.

"Был ерҙәргә лә тыныслыҡ килер""Был ерҙәргә лә тыныслыҡ килер"
"Был ерҙәргә лә тыныслыҡ килер"

М. Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы.

Егеттәр яҡташтарына башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итеп, ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләне.

"Сәләм, Башҡортостан, сәләм, яҡташтар! Һеҙгә күп сәләм ебәрәбеҙ, байрам менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ теләйбеҙ. Аллаһ бирһә, был ерҙәрҙә лә тыныслыҡ булыр тип ышанабыҙ. Башҡортостан, алға, тик алға!" – тине егеттәр.

Республика халҡын ҡотлауға шулай уҡ А. Доставалов исемендәге ирекле батальон яугирҙәре һәм Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡушылды.

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас