Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 12:30

Быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле

Радий Хәбиров бар республика халҡын ҡотланы. 

Быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтлеБыйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле
Быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында мөһим ваҡиға – Республика көнө уңайынан йыйылыш уҙҙы. Сараға бик күп ҙур ҡунаҡтар килде. Араларында Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Беларусь республикаһының Гомель өлкәһе вәкилдәре, Татарстан, Чечня, Ҡалмыҡ республикалары, күрше өлкәләр, Мәскәү ҡунаҡтары бар ине.

Шулай уҡ сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, билдәле яҡташтарыбыҙ, ветерандар, хәрбиҙәр, йәмәғәтселәр, дин әһелдәре ҡатнашты. 

Тәүҙә сәхнәгә Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт символдары – флагтар сығарылды. Аҙаҡ илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың гимндары яңғыраны. Халыҡты байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

– Быйыл беҙҙең байрам мөһим ваҡиға менән бәйле. Әле генә Совет майҙанында тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл астыҡ. Был - Тыуған илебеҙҙе һаҡлап, яуҙарҙа башын һалған бөтә яугирҙәребеҙгә хөрмәт билдәһе, – тине ул. – Бөгөн Рәсәй ҙур һынауҙар һыҙатына аяҡ баҫты. Бергәләп илебеҙ тарихын төҙөйбөҙ. Рәсәй яугирҙәре, махсус хәрби операция бурыстарын лайыҡлы үтәп, Бөйөк Ватан һуғышының утлы йылдарындағы кеүек батырлыҡ, бурысҡа һәм Ватанға тоғролоҡ күрһәтә. Улар араһында Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемен йөрөткән Башҡортостан батальондары, меңдәрсә доброволецтар һәм мобилизацияланыусылар бар. Әле улар ватандаштарын нацизмдан һаҡлау, Ватан суверенитетын яҡлау өсөн фронттың ҡыҙыу участкаларында һуғыша.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация буйынса ҡарарын хупланы. Күп ир-егеттәр, повестка ла көтөп тормай, саҡырыу пункттарына барҙы.

– Беҙ егеттәребеҙгә тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә хәрби юғалтыуҙар бар. Һәләк булыусылар араһында өс Рәсәй Геройы ла бар: рус Максим Серафимов, башҡорт Тамерлан Илһамов, удмурт Игорь Нәсибуллин. Ҙур ышаныс менән шуны әйтәм – әле Донбассты һәм Рәсәйҙе яҡлап алышҡандарҙың барыһы ла – ысын геройҙар. Бөтә республика, бөтә ил улар менән ғорурлана. Бөгөн был залда – махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары ла бар, – тине Радий Хәбиров.

Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алды.

Динар Кәлимуллин фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас