

11 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктә телевизион тапшырыуҙарҙы үҫтереү мөмкинлектәре.
– Республиканың Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы менән хеҙмәттәшлеге бик тығыҙ. Урындағы филиал – “Башҡортостан” ДТРК-һы – бик төрлө һәм объектив мәғлүмәт бирә, тип иҫәпләйем. Өфөлә профессиональ журналистар, операторҙар һәм режиссёрҙар командаһы эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Етди мәғлүмәти конкуренция шарттарында ил һәм республика тормошон объектив яҡтыртыу мөһим. Һеҙҙең канал быны уңышлы үтәй. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы – ышаныслы мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе.
Рифат Сабитов Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы.
– Беҙҙең федераль медиахолдинг төбәктә бик әүҙем эшләй. Рәсәй аудиторияһына улар тураһында һөйләү өсөн ил һәм йәмғиәт өсөн мөһим мәғлүмәт сәбәптәренә оператив яуап бирәбеҙ, – тине Рифат Сабитов. – Бер йыл эсендә Башҡортостан тураһында беҙҙең теле- һәм радиоканалдарҙа 400-гә яҡын материал сыҡҡанын иҫәпләп сығарҙыҡ. Йәғни көн һайын тиерлек бер-ике сюжет сығарҙыҡ. Тимәк, һөйләйһе һүҙҙәр күп. Тапшырыуҙың рус һәм башҡорт телдәрендә лә алып барылыуы бик мөһим. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы өсөн Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү – дәүләт бурысы.
Фото: Баашҡортостан Башлығы сайты.