Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 17:00

Республика көнө - уртаҡ байрамыбыҙ

Тантаналы йыйылышта Донецк, Чечня, татарстан, Ҡалмыҡстан, Беларусь, Мәскәү вәкилдәре сығыш яһаны. 

Республика көнө - уртаҡ байрамыбыҙРеспублика көнө - уртаҡ байрамыбыҙ
Республика көнө - уртаҡ байрамыбыҙ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Төбәк халҡын байрам менән Радий Хәбиров тәбрикләне.

“Бөгөн илебеҙ ҡаты тышҡы баҫым, асыҡ хәрби, иҡтисади, мәғлүмәти ҡаршылыҡ шарттарында йәшәй. Йәмғиәт, Рәсәйҙең именлеген тәьмин итеү, яңы күп полярлы донъя булдырыу буйынса линияны хуплап, Рәсәй Президенты Владимир Путин тирәләй берләште, – тине Радий Хәбиров. – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә референдум йомғаҡтары буйынса туғандарыбыҙ уртаҡ йортҡа – бөйөк Рәсәйгә ҡайтты. Был ваҡиға тарихи ғәҙеллек тантанаһы булды".

Башҡортостан, санкцияларға һәм ауыр коронавирус йылдарына ҡарамаҫтан, иҡтисадта, социаль өлкәлә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алды, тип билдәләне төбәк Башлығы. Сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешә. Яңы предприятиелар асыла. Етештереүселәребеҙ бушатылған өлкәләрҙе уңышлы үҙләштерә. Икенсе йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса илдә лидер булды.

– Беҙ Милли инвестиция рейтингында иң яҡшы төбәктәр иҫәбендәбеҙ. Һуңғы өс йылда иҡтисадҡа инвестициялар өстән бер өлөшкә артҡан. Әле 785 миллиард һумға 1700 самаһы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Беҙ нефтселәр, машина эшләүселәр, металлургтар, шахтерҙар, химиктар, тегенселәр менән ғорурланабыҙ. Биш миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алған аграрийҙарыбыҙҙы айырым билдәләргә кәрәк. Быйыл да торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйған төҙөүселәрҙе лә. Улар төҙөлөш тармағы тарихында тәүге тапҡыр өс миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра. Юл тармағы хеҙмәтсәндәренә йөҙләгән километр яңы юл һәм күперҙәр өсөн рәхмәт. Быйыл Башҡортостандың юл фонды рекордлы күләмгә - 35 миллиард һумға етте, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе 450 йыллыҡ юбилей алдынан баш ҡалабыҙға айырыуса иғтибар бүленеүен билдәләне. Өфө ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелде.

Радий Хәбиров ике көн элек Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов янына барып китеүе хаҡында һөйләне, ул халыҡты үҙ исеменән дә Республика көнө менән ҡотлауҙарын һораған.

– Бөгөн барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, ҡәҙерле яҡташтарым. Алдынғы ветерандарға, намыҫлы хеҙмәтсәндәргә, талантлы йәштәргә. Республикабыҙға һөйөү, намыҫлы хеҙмәт һәм рухи йомартлыҡ өсөн. Бөтә ил менән берҙәм ритмда төҙөү мөмкинлеге өсөн. Владимир Владимирович Путин етәкселек иткән осорҙа Ватаныбыҙ йәнә ҡеүәтлегә әйләнде. Президентҡа ныҡлы һаулыҡ, Рәсәйҙең киләсәге хаҡына ҙур пландарының уңышлы тормошҡа ашыуын теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ тыуған республикабыҙға, илебеҙгә һөйөү, ышаныс менән йәшәйбеҙ. Уны ҙур эштәр менән данларға теләйбеҙ. Беҙ – төрлө, әммә әлеге йүнәлештә берҙәмбеҙ. Республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтендә тәүәккәл эш итергә ваҡыт етте. Ғәмәлдәребеҙ уң. Беҙ еңәсәкбеҙ!

Артабан йыйылған кешеләрҙе саҡырылған ҡунаҡтар ҡотланы. Тәүҙә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин тәбрикләне. Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко шулай уҡ Башҡортостан халҡын байрам уңайынан ҡотланы.

– Һәр ерҙең үҙенең ҡабатланмаҫ тарихы, үҙ рухи һәм мәҙәни традициялары бар, – тип билдәләне Иван Крупко. – Бөгөнгө Башҡортостан боронғо йолалар менән эшлекле тормош ритмын ғәжәйеп рәүештә берләштерә. Гомель өлкәһе һәм Башҡортостан предприятиеларының күп йыллыҡ хеҙмәттәшлеге лә быға дәлил булып тора.

Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-полковник Владимир Шаманов Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең тарихи әһәмиәтен билдәләне.

– Һәләтле хәрби начальник, башҡорт еренең данлы улы, һис шикһеҙ, бындай хөрмәткә лайыҡ. Илһөйәрлек дәүләтселегебеҙҙең нигеҙе булды һәм шулай булып ҡала. Республикаға һуғыш, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына иғтибары өсөн айырым рәхмәт, – тине Владимир Шаманов. – Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар яугирҙәре – махсус хәрби операция ғәскәрҙәре төркөмөндә иң яҡшылары. Беҙ еңәсәкбеҙ! Рәсәйгә дан һәм Башҡортостанға рәхмәт!

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан халҡына Республика көнө менән ҡотлау ебәргән. Уны Татарстандың Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев уҡып ишеттерҙе. “Был байрам тыуған яҡты ихлас яратҡан, уның данлы үткәне менән ғорурланған, алдағы көндәрҙә лә именлек, бәхетле киләсәк хаҡында хәстәрлек күрергә әҙер булғандарҙың барыһын да берләштерә, – тиелә ҡотлауҙа. – Башҡортостан лайыҡлы рәүештә илдең алдынғы төбәктәре рәтендә абруйлы урынды биләй, дөйөм милли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә. Һеҙҙең байрам шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм Башҡортостан халҡына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, уңыштар, тыныслыҡ теләйбеҙ”.

Башҡортостанға дәүләт байрамы менән ҡотлауҙы Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадиров та ебәргән. Уны Чечен Республикаһының Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Казбек Цулаев уҡып ишеттерҙе. “Башҡортостан – Рәсәйҙең алдынғы индустриаль үҙәктәренең береһе. Республиканың уңыштары һәм ҡаҙаныштары – ойошмалар, учреждениелар хеҙмәт коллективтарының күп көс һалыу һөҙөмтәһе ул. Иҡтисадты, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙәге тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим”, – тиелә ҡотлауҙа.

Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиковтың ҡотлауын Элиста ҡалаһы йыйылышы рәйесе Николай Орзаев уҡып ишеттерҙе. “Тап Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы символик мәғәнәгә эйә. Ул Ватанды һаҡлап, ҙур батырлыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткән. Һис шикһеҙ, яңы һәйкәл Рәсәйҙең иң ҙур хәрби мемориалдары менән бер рәткә баҫасаҡ. Башҡортостан менән Ҡалмыҡстандың хеҙмәттәшлеге артабан да үҫешер, нығыныр, тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңы башланғыстарҙа уңыштар, бәхет, тыныслыҡ, изгелек теләйем”, - тиелә ҡотлауҙа.

Тантаналы йыйылыш республиканың сәхнә йондоҙҙары әҙерләгән сағыу концерт менән тамамланды. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас