

11 октябрҙә Өфөлә Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Гомель өлкәһенең өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Уның авторы – скульптор Сосланбәк Тавасиев – был эше өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ. Рәсәйҙә һәм Европала иң ҙур атлы статуя гранит менән биҙәлгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойолған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.