

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский: “Шайморатов - бик үҙенсәлекле шәхес. Һәләтле командир, ҡоро ер ғәскәрҙәре араһында иң күп Советтар Союзы Геройы биргән (78 кеше) легендар дивизияның йөҙө”, – тине.
Мәскәү вәкиле һуңынан журналистар менән аралашҡанда ла Миңлеғәле Шайморатовҡа һоҡланыуын белдерҙе.
– 2015 йылда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа уның тыуған ерендә, Ҡырмыҫҡалы районында, һәйкәл асҡайныҡ. Ул Рәсәй тарихи йәмғиәте ярҙамында эшләнде. Шайморатов генерал тураһында бер нисә документаль фильм ҡараным, әҙәбиәт уҡыным. Ул хәрби интеллигент була, хәрби элитаға ҡарай, шул уҡ ваҡытта батша офицерҙары араһынан да сыҡмаған, юнкер ҙа түгел, ә ябай крәҫтиән ғаиләһенән. Дебальцев эргәһендә һәләк булған. Унда нацистарға ҡаршы бит ҡаты алыштар барған.
Был проект бер йыл элек уйланылған. Шәп проект. Ул ҡала йөҙөн биҙәй. Һәйкәл Шайморатовҡа ғына түгел, ә башҡорт еренең бөтә батырҙарына бағышлана.
Миңлеғәле Шайморатов бер нисә телде белгән, яуаплы вазифаларҙа эшләгән, интеллигент, һәләтле ойоштороусы һәм хәрби етәксе булған. Ул беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә өлгө, – тине Владимир Мединский.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.