Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 11:31

Төбәкте ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк

Тимур Әйүповтың шәхси архивынан.Тимур Әйүповтың шәхси архивынан.
Фото:Тимур Әйүповтың шәхси архивынан.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Тимур Әйүпов юғары сифатлы тауар етештереү генә түгел, һатыу менән дә уңышлы шөғөлләнергә була икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Яҙғыһын Ейәнсура районында мал аҙығы етештереү линияһы асылды. Тимур был хыялына өлгәшеү өсөн күпме ваҡыт талап ителгәне хаҡында һөйләне. Маҡсатҡа ынтылыш уны эшҡыуар­лыҡҡа алып килә. Табышлы булып күренгән тармаҡ — ҡатнаш мал аҙығы етештереү башланғысында урындағы хакимиәткә “Эшҡыуарлыҡ сәғәтенә” бара. Артабан Тимур  Әйүпов, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан “Агростартап” программаһы буйынса конкурста һайлап алыуҙы үтеп, ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға грантҡа лайыҡ була.

– Һәр ваҡыт тыуған еремдә эшләргә һәм тормошомдо ауыл хужалығы менән бәйләргә хыялландым. “Агростартап” проектында ҡатнашыу өсөн бер нисә тапҡыр ғариза бирҙем. Ейәнсура районы хакимиәтенең бизнес-шерифы Азамат Салауатовтан кәңәштәр алдым, уның ярҙамында документтар йыйып, дөрөҫ йүнәлеш һайлауыма инанып эш башланым.

2021 йылда конкурстан үттем һәм Башҡортостан Хөкүмәтенән өс миллион һумлыҡ ярҙам алдым. Бөтә эштәр ҙә тамамланмаған әле, өйрәнерлек ғәмәлдәр байтаҡ. Шулай ҙа шәхси ихаталарында мал тотоусыларҙы ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итеү ҡеүәтен булдырҙыҡ, – тине Тимур Әйүпов.

Продукцияны “Агро-Маркет” магазинында һатып алырға мөмкин. Һәр тоҡта продукцияның составы күрһәтелгән. Ҡатнаш аҙыҡ экологик яҡтан таҙа, башлыса үҙебеҙҙең ра­йонда үҫтерелгән игендән әҙерләнгән. 

Ейәнсура районы халҡы Тимур Әйүпов етештергән продукцияның сифатын баһалап өлгөргән дә инде. Унда төйөлгән иген, кукуруз, арыш, бойҙай, арпа, борсаҡ һәм башҡа­һын һатып алырға мөмкин. Был – етештереү ҡеүәтенең бәләкәй генә өлөшө. Шулай уҡ магазинда баҡ­сасылар өсөн тауарҙар, балыҡ майы, ҡабырсаҡ, киптерелгән мал аҙығы, он, көнбағыш майы һәм башҡалар бар.

– Етештереү ҡеүәте көслө тип әйтеп үткәйнем инде. Төрлө ҡора­малдар бар. Киләсәктә клиентта­рыбыҙ продукцияны электрон сауҙа майҙандарында һатып ала аласаҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең брендты булдырырға, Ейәнсура районына баҫым яһап, тауарҙарға этикетка яһарға ниәтләнәбеҙ, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты Тимур.

Ейәнсура бизнес-шерифы Азамат Салауатов иһә районда һәр кесе йомала “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә осрашыу үтеүен бил­дәләне. Осрашыуҙа тәҡдим ителгән проекттарҙы тикшерәләр. Мәҫәлән, социаль контракт нигеҙендә сыр етештереү нөктәһе, район үҙәгендә шәхси медицина үҙәге асыла. Медицина үҙәгендә тар профилле белгестәр – кардиолог, косметолог, гинеколог эшләй.

Шулай уҡ район эшҡыуарҙары ҡатнашлығында махсус чат булды­рылған, унда эшҡыуарлыҡ өлкәһен­дәге яңы ҡануниәт тураһында мәғлүмәт даими яңыртыла, гранттар һәм конкурстар тураһында аңлатмалар бирелә, консультациялар үткәрелә.


Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас