Йәмғиәт
12 Октябрь 2022, 04:00

Ололар һүҙе – шау аҡыл!

"Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе", тигән халҡыбыҙ. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар аҡылына иғтибар итәйек әле...   Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә. Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.

Ололар һүҙе – шау аҡыл!Ололар һүҙе – шау аҡыл!
Ололар һүҙе – шау аҡыл!

"Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе", тигән халҡыбыҙ. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар аҡылына иғтибар итәйек әле...

* Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.

* Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.

* Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.

* Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлап ятыу файҙа килтермәҫ.

* Һөйләр алдынан тыңла.

* Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.

* Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.

* Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан битте, аяҡты йыуырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу - тәнгә зыян.

* Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.

* Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һәйләр, аҡыл өйрәтер.

* Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.

* Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.

* Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.

* Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер.

* Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше йәки уның ҡылығы оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.

* Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

(Интернет селтәренән).

Фото: “Зөһрә йондоҙ” төркөмөнән (vk.com/im?sel=98886334&z)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас