

Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙҙың эргәһендә булды.
– Ҡазандағы яугирҙәребеҙ менән яңынан осраштым. Сәләмдәрҙе еткерҙем, егеттәрҙең үтенестәрен үтәнем, заказдар һәм кәрәкле әйберҙәр алып барҙым. Тәтешлеләргә һәм яҡташтарыбыҙға рухи теләктәшлек белдереп яҡташыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Зәки улы Фәтхетдинов килде. Бик күп йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр әйтелде. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ ҙа Тәтешле районына ялҡынлы сәләм еткерҙе һәм ҙур рәхмәт белдерҙе. Егеттәр – афарин, ҡуйылған бурыстарҙы үтәп баралар.
Һеҙҙе ысын күңелдән яратҡан һәм ҡәҙерле Республикабыҙ көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә ышанабыҙ! Алға, Тәтешле!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙә кисә Фәнүр Шәйхисламов.
Фото:https: vk.com/fshaikhislamov.