Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 18:00

Ҡабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре бөгөн Стәрлебашҡа барҙы.

Ҡабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡанҠабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан
Ҡабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан

Үҙеңдең йәки башҡаларҙың тормошон яҡшыраҡ итәйем тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырыу һөҙөмтә бирмәҫ: тап бына бөгөн киләсәк өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу фарыз.

Был юҫыҡта республикала тормошҡа ашырылған социаль проекттар бар. Уларҙың береһе – “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы. Уның асылы – граждандар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы хәл итеү өсөн ҡарар ҡабул итә, уны үтәүгә тос өлөш индерә ала. Тап ошо программаға ярашлы, Стәрлебаш районындағы Ҡабыҡҡыуыш ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҡташтарына ҡуйылған һәйкәлгә сираттағы мәртәбә ремонт эшләү проектын әҙерләгәйне. Был хаҡта гәзиттә хәбәр иткәйнек.

Бөгөн Стәрлебашҡа эш сәфәребеҙҙә иһә хеҙмәттәштәрем Динә Арыҫланова, Айрат Нурмөхәмәтов менән ошо һәйкәлдең матур итеп үҙгәртелгәненә, эргә-тирәһенең ипкә килтерелгәненә шаһит булдыҡ. Ҡабыҡҡыуыш ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Һатусина беҙгә уны күрһәтеп, яҡташтарының оло ҡыуанысы, уй-теләктәренең ғәмәлгә ашыуы хаҡында һөйләне. 

Бөгөнгө командировканы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Әмир улы Шаһисолтановҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Стәрлебаш районынан әҙерләнгән мәҡәләләр менән “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарында танышырһығыҙ. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан
Ҡабыҡҡыуыштарҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас