Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 15:30

Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары

Бөгөн республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды.

Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтарыИғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары

Рәсәй Йәмәғәт палатаһында илдең 43 субъекты буйынса Йәмәғәт күҙәтеү комиссияларының яңы составын формалаштырыу буйынса ҙур эштәр тамамланды. Башҡортостанда ла был комиссияның яңы составы булдырылды. Уға 18 кеше инде.

Үткән аҙнала Өфөлә мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү йәһәтенән йәмәғәт контроле буйынса Башҡортостандағы комиссияның алтынсы составы тәүге ултырышҡа йыйылды. Унда етәксе һайланды, эштең регламенты раҫланды.

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Башҡортостан йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы ағзаларына мандаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин алып барҙы. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты. Ул яңы һайланған комиссия ағзалары араһында табиптар, юристар, дин әһелдәре, башҡа һөнәр эйәләре барлығын билдәләп, уларҙың ҡуйылған бурысты сифатлы башҡарып сығырына ышаныс белдерҙе. Эштәрендә сыҙамлыҡ теләп, ярҙамға мохтаждарҙың проблемаларына иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Шулай уҡ әлеге сарала Башҡортостандың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе менән дә таныштырҙылар. Был вазифаны кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҙур тәжрибәһе булған билдәле йәмәғәт эшмәкәре Олег Ғәлин биләй.

Автор фотолары.

 

 

Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Иғтибар үҙәгендә - кеше хоҡуҡтары
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас