

32 һәм 26 йәшлек ағалы-ҡустылы (ике туғандар), "Отклик" эҙләү отряды ирекмәндәре мәғлүмәте буйынса, 9 октябрҙә күк төҫтәге "ВАЗ-2115" автомобилендә сығып киткән. Ошо көнгә тиклем уларҙан бер хәбәр ҙә юҡ.
Азат Рим улының билдәләре: буйы 190 см, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле. Өҫтөндә - ҡара төҫтәге кейем, аяғында -кәлүш.
Ришат Винир улының билдәләре: буйы 175 см, ҡаҡса кәүҙәле,ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле. Өҫтөндә - күкһел-һоро төҫтәге кофта, ҡара салбар, аяғында -шипатай.
Был егеттәр тураһында мәғлүмәт белеүсе йәки уларҙы күреүселәр булһа, 02 йәки 89871060601 телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Отклик" эҙләү отряды.