Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 16:30

Тыныс йоҡла, батыр егет...

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә Владимир Емельяновты һуңғы юлға оҙаттылар.

Тыныс йоҡла, батыр егет...Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...

Кисә Ҡырмыҫҡалы ауылында ҡаһарман яҡташыбыҙ, Украинала барған махсус хәрби операция мәлендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған мотоуҡсылар бүлегенең өлкән уҡсыһы Владимир Емельяновты һуңғы юлға оҙаттылар.

Владимир Николаевич Ефремкин ауылында тыуған. Алты йәшендә ғаиләһе менән Владимир өлкәһенә күсә. Һуңғараҡ, яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул Өфөлә ғаиләһе – тормош иптәше һәм ике балаһы менән йәшәгән. Владимир Николаевич водитель булып эшләгән. 1991 йылда Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Уға прапорщик званиеһы бирелә. 2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизацияланғанға тиклем, Владимир Николаевич Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған була. Екатеринбург ҡалаһында 90-сы гвардия танк дивизияһының 2208-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Әммә уның киләһе пландары тормошҡа ашмаясаҡ. Үкенескә күрә, үлемесле яраланыуы уның ғүмерен өҙҙө. Уға 49 йәш ине. Владимир Николаевичтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.

Һалдатты ерләү сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм үҙенең исеменән туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

"Хөрмәтле Мария Владимировна, Сергей Владимирович, Адель, туғандары, яҡындары, митингта ҡатнашыусылар! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм үҙемдең исемдән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Бөгөн һеҙҙең менән бергә бөтә республика, Рәсәй, Ҡырмыҫҡалы районы халҡы ҡайғыра. Ысын яугир, ысын һаҡсы, республикабыҙҙың лайыҡлы улдарының береһе, гвардия прапорщигы алдында баш эйәбеҙ, уға Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡлағаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул, генерал Шайморатов кеүек үк, Донбасс биләмәһен азат итеүҙә баш һалды. Һәм, әлбиттә, ысын илһөйәр, Ватанды һаҡлаусы тәрбиәләгәндәре өсөн батырҙың ата-әсәһе алдында баш эйәм. Һеҙҙең йөрәк әрнеүегеҙҙе бер ниндәй ҙә һүҙ менән йыуатырлыҡ түгел. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Владимир Николаевичтың батырлығы, ҡаһарманлығы өлгөһөндә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, иптәш прапорщик, - тине Ирек Сәғитов һәм мәрхүмдең тол ҡатыны Мария Владимировнаға Башҡортостан Башлығы Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге өсөн прапорщик Владимир Емельяновҡа үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров алды.

- Ошондай көслө кешене тәрбиәләгән өсөн ғаиләһенә, бөтә Ефремкин еренә ҙур рәхмәт. Бер нисә аҙна элек ул ауылда Советтар Союзы Геройына арналған сара үткәргәйнек. Унда илһөйәрлек, Ватан тураһында һөйләнек, балалар менән ниндәй кеше, граждан булыу кәрәклеге хаҡында һөйләштек. Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән бик күп яҡташыбыҙҙың, район геройҙарының исемлегенә тағы берәү өҫтәлде. Уларҙың батырлығы тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ, һәр саҡ иҫтә тоторға, балаларға, ейәндәргә һөйләргә бурыслыбыҙ, сөнки тарихи хәтерҙе юғалтыуҙың бөгөн Украинала барған ваҡиғаларға килтереүе ихтимал. Хөрмәтле Владимир Николаевичтың яҡындары, һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был паркта ағас ултыртыласаҡ, Ефремкинда мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Азатлығыбыҙҙы яҡлап, именлегебеҙҙе һаҡлап ғүмерен биргәндәр беҙҙең райондан бишәү, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм бер минут тынлыҡ иғлан итте.

- Прапорщик Емельянов махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә үҙен ҡыйыу хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Ул үҙе беҙҙең Ҡораллы Көстәргә һәм союздаш ғәскәрҙәргә ярҙамға килде. Владимир кеүек хәрбиҙәр ярҙамында беҙ еңеү яулаясаҡбыҙ. Геройҙарға мәңгелек дан, - тине контракт хеҙмәтенең өлкән сержанты, полкташы Валентин Моратов.

- Митингта ҡатнашыусыларҙың күбеһе Владимирҙы шәхсән белә ине. Ул ғүмер буйы яугир, көрәшсе булды. Олег, мин аяғөҫтө тороп һәләк буласаҡмын, ти торғайны. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Уның тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, - тине туғаны Олег Емельянов.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр егет. Беҙҙең хәтерҙә ул ғүмерен илдең азатлығы, яҡты киләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Тыныс йоҡла, батыр егет...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас