Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 12:00

Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәк

Пензала - ике, Ҡазанда бер яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 

Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәкУларҙы йәш кәләштәре көтәсәк
Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәк

Ишембай һәм Ауырғазы райондарынан мобилизацияланған егеттәр ғаиләле булды. Пенза ҡалаһында Ишембай районынан бер юлы ике пар никахын рәсмиләштерҙе.

Урындағы ЗАГС-та Тәлғәт менән Аделина, Илнур менән Лилиәне ирле-ҡатынлы тип иғлан иттеләр. Район хакимиәте тантананы ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған һәм кәләштергә һөйгәндәре янына барып етергә ярҙам иткән.

“Барыһына ла һаулыҡ һәм бәхетле ғаилә тормошо. Ир-егеттәр ғаиләһенә имен-аман әйләнеп ҡайтһын!”, – тип яҙҙы Ишембай районы башлығы Азат Ишемғолов.

Ҡазан ЗАГС-ында Ауырғазы районынан Алексей менән Светлананың ғаиләһе теркәлгән. Хакимиәт башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итеүенсә, яугирҙең үтенесе буйынса район властары кәләшкә хәрби часҡа барып етергә ярҙам иткән. Никах теркәү тантанаһында хеҙмәттәш яҡташтар ҙа ҡатнашҡан.

“Йәштәрҙе ғаилә ҡороуҙары менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләре бер-береңде аңлауға, ярҙамға, наҙлылыҡҡа һәм сикһеҙ һөйөүгә нигеҙләнһен. Ә тормош юлындағы бөтә ҡаршылыҡтар ҙа уларҙы аҡыллыраҡ һәм берҙәмерәк итәсәк”, – тип ҡотланы Ауырғазы районы башлығы.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәк
Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәк
Уларҙы йәш кәләштәре көтәсәк
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас