Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 13:30

Вилорий Угаровты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ул Өфө районынан мобилизацияға эләккән ир-егеттәр янына барып ҡайтҡан.

Вилорий Угаровты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Вилорий Угаровты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Вилорий Угаровты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаровтың тыуған көнө. Күркәм байрамы айҡанлы Вилорий Петровичты “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡотлай, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләй.

Әйткәндәй, Вилорий Угаров Өфө районынан мобилизацияға эләккән ир-егеттәр янына барып ҡайтҡан. Был турала ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә хәбәр иткән.

– Ял көндәрендә, ауыл хакимиәте башлыҡтары менән бергә, Һарытау ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙ янында булдыҡ, посылкалар тараттыҡ, – тип яҙған Вилорий Угаров. – Һалдаттарға кәрәк-яраҡ йыйыу өсөн ярҙам иткәндәре өсөн беҙҙең депутаттарға һәм эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт! Айырыуса Артур Тимерғәлингә, Андрей Щедренкинға, Анатолий Горячевҡа, Игорь Зариповҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Вилорий Угаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һалдаттар көсөккә муйынсаҡ алып килеүҙе үтенгән. Һүҙ ҙә юҡ, был көсөк һалдаттарға яҡшы кәйеф, күңел йылыһы өҫтәйҙер.

Фото: Вилорий Угаров.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас