

Республикабыҙҙың матур ғаиләләре, тоғро атайҙары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Йылайырҙа йәшәгән биш бала атаһы Даян Аҡҡужин да Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына тәҡдим ителгән.
Даян Дилмөхәмәт улы Йылайырҙың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Ул малайҙарҙы футбол уйнарға өйрәтә. Ә уға тиклем мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булған.
Хәләл ефете Айгөл Салауат ҡыҙы менән бергә улар 32 йыл йәшәй, ошо ваҡытта биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Балаларҙың да ниндәйе бит әле! Һәр береһе тырыш, аҡыллы, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Өлкәндәре Йәүҙәткә – 30 йәш. Бәләкәйҙән уҡыуға яҡшы булған малай, үҙ тырышлығы менән илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе яулай. Унда абруйлы уҡыу йорто тамамлап, әлеге ваҡытта программист булып эшләй, бик ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгес.
– Бер инәйҙең һөйләгәне иҫтә, уның ҙур улы шоферлыҡҡа уҡып сыҡҡан да башҡа туғандарын, хатта ҡыҙҙарҙы ла ошо һөнәргә ылыҡтырған. Беҙҙә лә шул хәл. Йәүҙәт тырышып уҡып, Мәскәүгә урынлашты ла бар туғандарын да шунда тарта. Әле дүртеһе – баш ҡалабыҙҙа. Бер-береһенә ярҙам итеп, татыу йәшәйҙәр, – ти атай кеше.
Ысынлап, ағаһы артынан икенсе улдары Нургиз дә техник белем алып, Мәскәүгә йүнәлә. Әлеге көндә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Өйләнгән, бер малайҙары ла бар икән. Өсөнсө булып тыуған ҡыҙҙары Әлиә – табип. Бәләкәйҙән күҙҙәре ауырта уның, шуға һәр ваҡыт балалар табибы булам тип хыяллана. Медицина университетының педиатрия бүлексәһендә уҡып йөрөгән саҡта, ул коронавирус пандемияһы менән көрәшер өсөн госпиталдә “ҡыҙыл зона”ла эшләй башлай. Ул саҡта үҙен юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Әле ординатурала кардиология йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итә. Азамат та ағай-апайҙарынан ҡалышмаған, улар янында Мәскәүҙә уҡый. Атаһы менән әсәһе янында 15 йәшлек төпсөк Рамаҙан ғына ҡалған.
– Уныһы ла үҫеп етһә, уҡырға шул тарафтарға барам тип тора. Тормош шулай ҡоролған, балалар төп йорттан сығып китә, үҙ юлдарын таба. Беҙ ҡатыным менән быға ҡыуанабыҙ. Әлбиттә, һағындыралар, тик даими аралашып торабыҙ, байрамдарҙа, ялдарында улар тыуған йортта йыйыла, – ти Даян Аҡҡужин.
Бындай күмәкләп осрашҡан мәлдәр ғаилә өсөн ҙур байрамға әйләнә. Әйткәндәй, намаҙ уҡып, дин юлында булған Даян ағайҙың балалары сәләмәт тормош алып бара. Эсеп-тартып ҡарағандары ла юҡ, спорт менән шөғөлләнәләр. Спорт юлынан киткән атайҙың балалары ла шул юлды һайлауы аптыратмай, әлбиттә.
– Матур йолабыҙ бар, йыл һайын Яңы йыл байрамдары осоронда ял итергә тау саңғыһы базаһына барабыҙ. Бергәләп тауҙан шыуабыҙ, хатта әсәләре лә иң юғары түбәләрҙән шыуырға өйрәнде. Эй яратам ошо мәлде, – ти ир.
Ауылдаштары Аҡҡужиндарҙы бик егәрлеләр тип тә белә. Улар һарай тултырып мал аҫрай, гөрләтеп баҡса үҫтерә. Мәскәүгә даими рәүештә ауыл күстәнәстәрен ебәреп торалар. Даян ағай райондың билдәле балта оҫтаһы ла. “Ғүмеремдә бер 500 йорттоң ғына ҡыйығын япҡанмындыр ул”, – ти ул көлөп.
– Йәш саҡта эш тип йөрөп, балаларға атай наҙын биреп еткерҙемме икән тип уйлайым әле. Ҙурайып бөткән булһалар ҙа, барып һөйгөм килә, тик уңайһыҙланам. Шуға атайҙарға кәңәшем шул: балаларығыҙҙы бәләкәйҙән яратып ҡалығыҙ, һөйөп-наҙлап үҫтерегеҙ, – тигән нәсихәттәрен дә бирҙе тәжрибәле атай.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА