Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 08:05

“Башҡортостанда матур йәшәгәнебеҙҙе аңланым”

Фиҙакәр хеҙмәт итеү һәм тормошто яратыу тураһында.

Ниндәй генә оҫта журналист булмаһын, бөгөнгө мәғлүмәти ағымда уның еңел “йотолоуы” ихтимал. Донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән хәбәрҙәрҙең ҡайһыһы дөрөҫ, ә ҡайһыһы ялған икәнлеген нисек билдәләргә? Кемгә ышанырға? Ә кем менән ризалашырға? Быйыл йәй Ишембай районы “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур АРТЫҠАЕВА хәрби шарттарҙағы ваҡиғаларҙың ағышын үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙең айышына төшөнөү маҡсатында Луганск Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.

 

– Донбассҡа нисек эләгеүегеҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.

– Был командировканы миңә баҫмабыҙ­ҙың Өфөләге етәкселеге тәҡдим итте – ул 16 июлдән 13 авгусҡа тиклем һуҙылды.  Ҡурҡма­ным, ләкин Донбассҡа юлланыуым тура­һында бер туған апайҙарым ғына белде. Башҡаларға “Мәскәүгә барам”, тип хәбәр иттем. Яҡын­да­рым­ды борсоуға һалырға теләмә­нем. Тегенән әйләнеп ҡайтҡас ҡына, уларға дөрөҫөн һөйләп бирҙем.

 

– Һеҙҙе кем ҡаршы алды?

– Беҙҙе Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хө­күмә­те аппараты етәксеһе-министры Азамат Абдрахманов етәк­се­легендәге делегация ҡаршы ал­ды. Ул беҙҙең төбәктән килгән бел­гестәр өсөн яуаплы. Азамат Фәрит улы хеҙмәт­тәш­лекте оҫта ойош­тор­ҙо, шул уҡ ваҡытта эштәрҙең бары­һына ла өлгөрҙө – Петровское ҡалаһы мәктәбендә барған ремонтты кон­тролдә тотто, юлға асфальт түшәүҙе күҙәтте, медицина хеҙмәт­кәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә булды. Шулай уҡ ул беҙҙең киң мәғлүмәт саралары төркөмөнә лә етәкселек итте, Башҡортостан бел­гес­тәренең Луганск Халыҡ Рес­публи­каһындағы эшмәкәрлеген яҡтыртыу эштәрен йөкмәтте. Мин үҙем репортаждар, күҙәтеүҙәр, интервьюлар яҙҙым, уларҙы Өфөгә даими ебәреп тор­ҙом. Башҡортос­тандан килгән гуманитар кон­вой­ҙар­ҙы ҡаршылаған саҡтарым да булды.

 

– Ҡайҙа йәшәнегеҙ?

– Луганск ҡунаҡханаһында. Бында Красный Луч ҡалаһына ҡара­ғанда күпкә тыны­сыраҡ, тип аңлат­тылар. Ҡаршы яҡтың ҡорал­лы көстәре июнь айында бомбаға тотҡан Красный Луч биләмәһендә лә булырға тура килде. Ысынлап та, унда һу­ғыш кинохроника­һын­дағы һымаҡ ҡот осҡос ине – емерелгән йорттар, ҡара ҡалдыҡҡа әйләнгән ҡорол­малар, янғындан зыян күргән ер. Тирә-яҡ шартлаған снарядтар менән тулған.

 

– Тағы ниндәй күренештәргә шаһит булдығыҙ?

– Беҙҙең менән командировкала Юлдаш телеканалы бригадаһы ла эшләне. Уларҙың автомобилендә Красный Луч һәм Петровское ҡа­лаларына барҙыҡ. Һуңғыһында Баш­ҡортостан төҙөүселәре Миңле­ғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә капиталь ремонт яһай ине. Шулай уҡ беҙҙекеләр Петровское һәм Красный Луч ҡалала­рын­да ҙур балалар майҙансыҡтары төҙөнө – улар заманса һырғалаҡ­тар, каруселдәр һәм спорт трена­жерҙары менән йыһазлан­дырыл­ған. Балалар эй ҡыуана, бында көнө-төнө уйнар­ға ризалар. Мәктәп­тән алыҫ булмаған урында гуманитар конвой урынлашҡайны, унан төҙөлөш материалдары ташынылар. Юлды төҙөкләндереүсе эшсе­ләре соҡорҙарҙы яманы, шулай уҡ капиталь ремонт яһаны. Бының өсөн Башҡортостандан килтерел­гән асфальт-бетон заводы сафҡа индерелде.

Унан бигерәк, минең күҙәте­үем­сә, урындағы халыҡ та­биптарҙың эшкә килеүенә ҡыуана. Красный Лучта махсус белгестәр аҙ, ә беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре ошо буш­лыҡты тултыра. 

 

– Ниндәй ҡаршылыҡтарға осранығыҙ?

– Минең өсөн иң ауыры ҡайғы-хәсрәттән күңелдәре һынған кеше­ләр менән аралашыу булды. Те­ләйһеңме-юҡмы, уларҙың михнәт­тәрен үҙ күңелең аша үткәрәһең. Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәргә һуғыштан ҡасып ҡына китерлек түгел, улар ошо ау­ға эләккән һымаҡ. Юҡ, ҡайһы бе­рәүҙәр, әлбиттә, бынан күсеп китә. Бигерәк тә Рәсәйҙә туғандары бул­ған кешеләр, ләкин күпселек тыуған яғында ҡала – улар ныҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, ҡайғыға сумған. Был үҙенә күрә ауыр депрессия кисереү. Миңә урындағы халыҡ менән күп һөйләшергә тура килде. Мәҫәлән, Татьяна исемле ҡатын йылдар буйы Украина яғынан атыуҙан нисек һаҡланырға өйрәнеп бөткән – һөжүм башланыу менән ул баҙға йүгереп төшә. Ә бына иренең аяғы һыҙлай, уға йөрөүе ауыр. Баҙға ла ҡасмай – ҡурҡыуҙан ялҡып бөткән. Март айында улар Украина ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта һәләк булған кесе улдарын ерләгән. Оло улдары һуғыштың алғы һыҙығында йөрөй. Ул ата-әсәһенә: “Нисек кенә ауыр булмаһын, һуңғы алышҡа тиклем көрәшәсәкмен”, – тип хәбәр ебәргән. Беҙҙең һымаҡ тыныс тормош көткәндәргә был ғаиләләрҙең бөгөнгө хәлен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, уларҙың бер көнө лә күҙ йәшһеҙ үтмәй.

Петровское ҡалаһынан тағы бер ғаиләне иҫтә ҡалдырҙым. Таныш ҡатын бына нимә­ләр һөйләне: 2014 йылда ире телевизор ҡарап ултыр­ғанда, уларҙың йортона снаряд килеп төшә. Бәхетле осраҡ арҡа­һында ғына ул иҫән ҡалған, ләкин өйҙәре емерелә, артабан унда йәшәү өсөн шарттар ҡалмай. Был хәлдән һуң ғаилә ике өлкән ҡыҙын Төмәнгә туғандарына оҙата. Ә үҙҙәре, бала­ларының йортон ҡалдырып китергә йәлләп, шунда йәшәргә күсеп сыға. Ҡыҙҙары ла, Луганск Халыҡ Республикаһында барған хәүефле һәм тынғыһыҙ хәлдәргә ҡарамаҫтан, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға, урамдарҙан бер үтергә хыяллана.

 

– Беҙҙең белгестәрҙең эшенә урындағы халыҡ нисек ҡарай?

– Улар беҙҙекеләргә рәхмәтле. Бигерәк тә Петровское ҡалаһында яңыртылған мәктәпкә ҡыуандылар! Кесеһе лә, олоһо ла көн дә бында килеп, ремонт эштәре менән ҡы­ҙыҡ­һынды, нимә менән булһа ла ярҙам итергә тырышты. 2014 йылдан бирле тыныс тормошто күрмә­гән кешеләргә бындай мәлдәр ныҡ танһыҡ.

 

– Луганск ниндәй күренештәре менән иҫегеҙҙә ҡалды?

– Урамда ла, сауҙа үҙәктәрендә лә күмәк кеше йыйылмай. Шул уҡ ваҡытта ҡалала 400 меңдән ашыу граждан йәшәй. Шуныһы күҙгә ташлана – улар урамға мөһим эш буйынса ғына сыға. Ғөмүмән, Луган­скиҙа эшһеҙлектән ваҡытты нисек уҙғарырға белмәй күңелһеҙләнеп йөрөгәндәрҙе күрмәнем. 23.00 сәғәттә комендант сәғәте башлана, был саҡта урамдар буп-буш.

Тағы нимәһе иҫтә ҡалды? Ун­дағы тәбиғәт беҙҙекенән айырыла: бөтә ерҙә – ялан-ҡырҙар, тауҙар, урмандар юҡ. Аҙым һайын – күмер карьерҙары. 

 

– Командировкала күңелгә ныҡ ауыр саҡтар булдымы?

– Күп ғәмәлдәрҙе тыныс үткәр­ҙем. Шулай ҙа бер ваҡыт ныҡ ҡур­ҡытылды – Башҡортос­танға ҡай­тыр­ға өс көн ҡалғас, төндә көслө шартлауҙан уянып киттем. Тәҙрә аҫтында автомобиль сигналдары уйнай башланы. Күрәһең, һауа һөжүменә ҡаршы оборона система­һы ҡаршы яҡ ебәргән ракетаны тотоп алған. Был саҡта мин, ысынлап та, ни эшләргә белмәй аптырап ҡалдым. Артабан нимә булыр икән тип шым ғына көттөм. Тиҙ генә берәй ергә йәшенергә кәрәк ине лә бит – ракетаны тағы осороп ҡуйһалар? Ошо хәлдән һуң күңелемде шом баҫты, тыуған яҡтарыма ҡайтырға сыҡҡансы төндәрем тынғыһыҙ үтте. Башта бер генә уй булды – балаларым янына иҫән-һау ҡайтып етеү.

 

– Башҡортостанға нисек ҡайтып еттегеҙ?

– Гуманитар конвойҙарҙың бере­һе менән юлға сыҡтым. Ҡайтҡанда 68 йәшлек водитель Вячеслав Асеев менән таныштым. Вячеслав Васильевич ғүмер буйы тиерлек Ишембайҙа йәшәгән һәм алыҫ юлға йөрөп эшләгән. Өс йыл элек улдары уны һәм ҡатынын Өфө янын­дағы шәхси йортҡа күсергә күн­дергән. Танышым үҙе әйтеүенсә, ул Ишембайҙы ныҡ һағына. Гуманитар конвойға кешеләр йыйғанда ағай тәүгеләр рәтендә була. Минең менән танышҡанда ул Донбассҡа 17-се тапҡырға килгәйне. “Арыма­нығыҙмы?” тип ҡыҙыҡһындым унан. Ысынын әйткәндә, Башҡортостанға ике тәүлек ҡайтҡанда ныҡ йонсоп өлгөргәйнем, ә ул – йөк машинаһы рулендә. Вячеслав Васильевич оҙон юлға өйрәнеүе һәм хәле булғанда артабан да йөрөйәсәге тураһында белдерҙе. Өфөгә ҡайтып, бер тәүлек йоҡлап алғас, ул яңынан Луганск өлкәһенә барырға машинаһын тейәй ҙә башланы. Мине был хәл ифрат ғәжәпләндерҙе...

 

– Сәфәрегеҙҙән һуң ниндәй һығымталар яһанығыҙ?

– Унда Башҡортостанда матур йәшәгә­не­беҙҙе аңлай башлайһың. Эйе, күп ауыр­лыҡтарға зарланып өйрәнгәнбеҙ: йә бер нимә оҡшамай, йә – икенсеһе. “Күк йөҙөбөҙ тыныс булһын!” – тип йыш ҡулланылған һүҙ­ҙәр унда ысын мәғәнәгә эйә. Был – йор­то­ңа снаряд төшмәйә­сәген белеп, тыныс йоҡларға ятҡан мәл... Сиреналар ҡысҡы­рыуынан тү­гел, ә будильник тауышынан уян­ған саҡ... Балаларыңды ҡурҡма­йынса мәктәпкә алып барыу һәм кис эштән һуң снарядтан емерел­мәгән йортоңа ышаныслы ҡайтыу... Донбасста тыныс тормоштоң һәр ҡыуаныслы мәлен иҫкә төшөрөп ҡәҙерләй башлайһың. 2014 йылғы Украина агрессия­һына тиклем Донбасс һәм Луганск республикалары халҡы ла ошондай бәхетле тормош кисергән. Ә аҙаҡ уларҙы ошо ҡыуаныстарҙан мәхрүм иткәндәр.

- Владимир ПАРФИРОВ

Читайте нас