Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 10:00

Фирүзә Париждан йырлы сәләм!

Испанияла йәшәгән йырсы Фирүзә Париж  мобилизацияланған яҡташ ир-егеттәргә арнап үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан йырын башҡара

Фирүзә Париждан йырлы сәләм!Фирүзә Париждан йырлы сәләм!
Фирүзә Париждан йырлы сәләм!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Испанияла йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мобилизацияланған һалдаттарға аҡса, кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ла ойоштороуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был юлы әлегә ваҡытта Испанияла йәшәгән моңло йырсыбыҙ Фирүзә Париж үҙенең күңел түренән сыҡҡан йырын Башҡортостандан мобилизацияланған яҡташ һалдаттар өсөн башҡара.

"Сит илдә йәшәһәк тә, беҙ күңелдәребеҙ, уйҙарыбыҙ менән һеҙҙең менән! Тиҙерәк тыуған ерегеҙгә, ата-әсәйегеҙ, кәләштәрегеҙ һәм балаларығыҙ янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ, имен-һау ғына булығыҙ!" -тиҙәр Испанияла йәшәгән башҡорттарыбыҙ.

Фото: Л. Иҫәндәүләтова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас