Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 15:30

Кемдәр улар - Путин командаһы кешеләре?

Бөгөн Өфөлә “Путин командаһы” премияһы ун кешегә тапшырылды.

Кемдәр улар - Путин командаһы кешеләре?Кемдәр улар - Путин командаһы кешеләре?
Кемдәр улар - Путин командаһы кешеләре?

Бөгөн Өфөлә ун кешегә “Путин командаһы” тип аталған граждандар премияһы тапшырылды. Ул Халыҡ фронты тарафынан барлыҡҡа килгән. Награданы хәүефтәргә ҡарамаҫтан, көн һайын Тыуған иле хаҡына уңышлы эшләгән, үҙ профессионаллеген халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланған лайыҡлыларға тапшыралар.

Сарала Шайморатовсылар, кадеттар, йәш армеецтар ҡатнашты. Бындай саралар балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләргә мөмкинлек бирә, улар лайыҡлы кешеләрҙән өлгө ала.

– Бөгөн беҙ, хәүеф-хәтәргә ҡарамай, Тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт иткәндәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Ойошторолғандан алып Халыҡ фронты ғәҙеллек өсөн көрәшә, ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлай. Һеҙ киҫкен, ауыр мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрәһегеҙ, дәрәжәгә, вазифаға ҡарамаҫтан, уларҙы хәл итеүҙе талап итәһегеҙ, шуға күрә кешеләр һеҙгә ҙур ихтирам, ышаныс менән ҡарай. Халыҡ фронты һәр саҡ мөһим, ҡатмарлы участкаларҙа, фронтовиктар ярҙамға мохтаж булған ерҙә эшләй, – тине еңеүселәрҙе тәбрикләп Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Уның белдереүенсә, “Путин командаһы” ағзаһы булыу - ҙур абруй һәм яуаплылыҡ. Шуға күрә был награда яҡшы репутациялы, аныҡ уңыштарға өлгәшкәндәргә генә тапшырыла.

– Тап шундай кешеләр бөгөн махсус хәрби операция барышында милләтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, госпиталдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡара, буш биләмәләрҙә ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тергеҙә, журналист бурысына тоғро ҡала, Украинала барған хәл-ваҡиғаларҙың дөрөҫлөгөн һөйләй, ирекмәндәр булып эшләй, гуманитар йөктө оҙатып йөрөй. Уларҙың һәр береһе илебеҙ, республикабыҙ яҡшыраҡ булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Улар 24/7 режимында ябай кешеләргә ярҙам итә, бының өсөн рәхмәт, тыныслыҡ һәм изгелек һеҙгә, – тине ул.

Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиев билдәләүенсә, “Путин командаһы” премияһының бөгөнгө лауреаттары – халыҡҡа, илгә йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙамға килергә әҙер кешеләр.

Шулай уҡ лауреаттарҙы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов тәбрикләне. Уның белдереүенсә, бөгөн бөтөн йәмғиәтте туплау һәм берләштереү мөһим, быны берҙәм команда составында ғына эшләргә мөмкин.

Премияны ун кеше алды. “Путин командаһы” премияһы менән разведка взводы командиры, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашҡан Әлфит Ниғәмәтйәнов билдәләнде. Әлеге ваҡытта ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға юридик ярҙам күрһәтеү, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын тергеҙеү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 11 йыл дауамында торлаҡ алыуға иҫәпкә баҫа алмаған етем Розалия Григорьеваның хоҡуҡтары тергеҙелде.

Премияға лайыҡ булғандар араһында доброволец-водителдәр Александр Анисимов менән Валентин Войтович, доброволец, гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороусы Константин Яшин, ҡотҡарыусы Дмитрий Фәрхетдинов бар. Награданы шулай уҡ Луганск, Донецк республикалары халҡына медицина ярҙамы күрһәткән ирекмән-медицина белгестәре Эльвира Хәлисова менән Лиана Чабанова алды.

Лауреаттар араһында журналистар ҙа бар. Улар - “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының гуманитар конвой составында Донбассҡа барған махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин һәм фотохәбәрсе Олег Яровиков. Уларҙың ДХР, ЛХР тураһындағы репортаждары Донбасста барған хәлде, ундағы ысынбарлыҡты күрһәтте.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Рәжәповтың да эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланды. Ул хәрби иптәштәре менән 2015 - 2018 йылдарҙа Луганск Халыҡ Республикаһында ун өс тапҡыр булған, улар 87 тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйып, хәрби конфликт зонаһына алып барып еткергән.

Фото: Юлай Кәримов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас