

Баш ҡалабыҙҙа тантаналы шарттарҙа республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының алтынсы составтағы яңы һайланған ағзаларына мандаттар тапшырылды. Сараны төбәктең Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин алып барҙы.
Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы составы илдең 43 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла булдырылған. Һайлау түбәндәгесә башҡарылған: барлыҡ теләгәндәр тәғәйен документтарҙы ебәргән, артабан РФ Йәмәғәт палатаһы советы иң лайыҡлы кандидаттарҙы һайлаған. Һөҙөмтәлә, комиссияның 60 проценттан күберәге яңыртылған. Вәкәләт ваҡыты өс йыл тәшкил итә.
Комиссияла билдәле йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ һаҡлаусы Олег Ғәлин етәкселегендә 18 кеше эшләйәсәк. Өҫтөнлөк табиптарға һәм юристарға бирелгән. Улар мәжбүри тотоу урындарында граждандарҙың медицина һәм башҡа хоҡуҡтарын үтәүҙе контролләүҙе көсәйтә ала. Күптән түгел Өфөлә комиссияның яңы составының тәүге ултырышы булып үтте.
Әйтергә кәрәк, мандаттар тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер -министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты.
Комиссия етәксеһе итеп һайланған Олег Ғәлиндың был өлкәлә бай эш тәжрибәһе булыуын билдәләне. Ул йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының өсөнсө һәм дүртенсе составына ла етәкселек иткән. Шуға ла комиссияның яңы ағзаларын эш нескәлектәренә тиҙ өйрәтә алыуына ла шик юҡ.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин да комиссия ағзаларына йәмәғәт палатаһының һәр ваҡыт терәк буласағын белдерҙе.
Башҡортостандың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы 2008 йылдың октябрендә булдырылған. Күҙәтеү палатаһы үҙ аллы эш алып бара, Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм төбәк йәмәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы – был урындарҙа кеше хоҡуҡтарын үтәүҙе контролләүсе йәмәғәт органы.
Фото: автор фотоһы.