

Ишембай районының Этҡол ауылынан мобилизацияға эләккән егеттәр ҡыуаныслы яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Тәлғәт менән Аделина яңы ғаилә булдырһа (был турала яҙғайныҡ), уларҙың дуҫтары Дамир менән Гөлназ өсөнсө сабыйҙарын көтә.
Гөлназ менән Дамирҙың улы менән ҡыҙы бар ҙа инде. Ҡатын өсөнсө балаға йөклө сағында иптәше мобилизацияға эләгә. Улар буласаҡ баланың енесен бергә белергә теләй һәм шатлыҡ менән уртаҡлашыр өсөн Гөлназ ире янына Пензаға юллана. Дамир әле бында хәрби әҙерлек үтә.
Ирле-ҡатынлы буласаҡ бәпестең енесен белеү өсөн төҫлө төтөнлө шашка аттыра. Унан зәңгәр төтөн сыға – тимәк малай буласаҡ! Был турала Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һөйләне.
– Ирем тағы бер ҡыҙ тыуһа ине тип теләгәйне, малайға ла бик шат, әлбиттә. Дамир ғаилә дуҫтары менән килешкән һәм янына килеүҙе һораны. Бындай мөһим ваҡытта бергә була алыуыбыҙға ҡыуанам, – тигән Гөлназ.
Фото: "Бәйләнештә".