

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эшенә оҫталығы –уның егәрлелек билдәһе. Тегелгән, бәйләнгән әйберҙәр бер-береһен ҡабатламай, һәр ҡайһыһының үҙ йәме.
45 йыл ошо ауылда ғүмер иткән Ҡаныҡай килене Мәрйәм Ғизитдин ҡыҙы Хәкимова өсөн был ер үтә лә яҡын.
– Килен булып төшкәс, тәбиғәтенә иҫем китте. Аҙым һайын тиерлек төрлө күлдәр урынлашҡан, Дим йылғаһының үҙ матурлығы. Килен булып төшкән ер ҡәҙерлерәк, тиҙәр бит, мин дә Ҡаныҡайҙы шунда уҡ үҙ иттем, – тип һөйләшеп киттек.
Ауылда Мәрйәм апайҙы ҡул оҫтаһы булараҡ яҡшы беләләр. Был һәләт бала сағынан килә. Әсәһе тегеүгә, шәл бәйләүгә оҫта булғас, эргәһендә уның һөнәрҙәрен күреп-белеп үҫә. “Әсәйемдән ҡалған сепрәк киҫәктәренән ҡурсаҡҡа кейемдәр, хатта уйнарға ҡурсаҡты ла тегә инем. Ә үҙемә тәүге күлдәгемде III – IV кластарҙа уҡығанда тектем. Яратып, оҙаҡ итеп кейгәнем хәтерҙә”, – тине ул, бала сағын хәтерләп.
Бәйләү, тегә белеү оҫталығы донъя көткәндә лә ярҙам итә. Хаҡлы ялға сығып, ваҡыты иркенәйгәс, был шөғөл төрҙәрен арттырыуға ла мөмкинлек киңәйә. Диванға, ултырғыстарға ырғаҡ менән бәйләнгән япмалары – өйөнөң биҙәге. Һүрәт төшөрөргә яратыуы иһә ижади эштәрен тағы ла зауыҡлыраҡ итә.
Ә һуңғы йылдарҙа ул мөкиббән бирелеп балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнә.
– Ҡаныҡайға килен булып төшкәндә, һәр өйҙә тиерлек балаҫ һуғыу станоктары булды. Ауылда балаҫ оҫталары ла күп ине. Шул боронғо балаҫтарҙың биҙәктәрен ҡулланып, аҫалы балаҫ һуғыу ниәтем ҙур, – тип киләсәккә хыялын уртаҡлашты Мәрйәм Хәкимова.
Әлегә ул креслоға ябырлыҡ тар ғына балаҫ һуғып ҡараған, киләсәктә ең һыҙғанып ҡатмарлырағына тотонмаҡсы.
Үҙе лә ағинәйҙәр ойошмаһына йөрөгән әңгәмәсем, ғөмүмән, ауылда гүзәл заттарҙың төрлө яҡлап әүҙем булыуы тураһында һөйләне.
– Ҡул эше менән генә ултырмайбыҙ, байрамдарҙа сәхнәлә концерт ҡуябыҙ, скандинав таяҡтары менән йөрөргә лә яратабыҙ, йәйен велосипедтабыҙ, ҡышын саңғыға баҫабыҙ, – тине ул.
Үҙҙәренең тырышлығы менән тирә-яҡты нурлай матурлыҡ тыуҙырыусылар.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА