

Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһының тарихы төпкөлдә. Нефть ятҡылығын үҙләштереү менән бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына уға. Ишембай ауылы биләмәһенә йүнәлтелгән геолог Алексей Блохин етәкселегендәге геология-разведка экспедицияһы бер нисә нефть ятҡылығын аса. 1932 йылдың 16 майында 702-се скважинанан 36 метрлы тәүге нефть фонтаны урғыла. Тап ошо дата Башҡортостандың нефть сәнәғәте барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала.
Ҡасаба яйлап үҫә, нефть ташыу өсөн Өфө – Ишембай тимер юлы төҙөлә, нефть эшкәртеү заводы файҙаланыуға тапшырыла. 1940 йылда Ишембай ҡала статусын ала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла Ишембай фронт өсөн ҙур ярҙам күрһәтә. Был осорҙа нефтселәр илгә 4,5 миллион тонна нефть сығара, һуғышта һәр бишенсе танк йәки самолет Ишембай нефтенән етештерелгән яғыулыҡ менән тәьмин ителә.
Ҡалаға нигеҙ һалыусы, башҡорт нефтен тәүләп асыусы инженер-геолог Алексей Блохинды ишембайҙар онотмай. Ҡаланың ҙур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, геолог-нефтсе исемен йөрөткән сквер булдырылған, һәйкәл төҙөлгән.
2016 йылда Ишембайҙың “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы ла уның данлы үткәне тураһында һөйләй.
Бөгөнгөһө лә ышаныслы
Башҡортостандың барлыҡ ҡаҙаныштары унда йәшәгәндәрҙең көндәлек хеҙмәтенә бәйле. Был уңыштарға Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҙур өлөш индерә. Иҡтисади хәл тотороҡло. “Витязь” машиналар эшләү компанияһы, “Инман”, “Иҙел-Нефтемаш” һәм башҡа предприятиелар бөгөн яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Сәнәғәттә ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. “Алға” иҡтисади зонаһы булдырылғандан алып 12 компания резидент статусын алған. Резиденттарҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуы 1700-ләп эш урындарын булдырырға булышлыҡ итә.
Бөгөн районда ауыл хужалығы ла һынатмай. Иген уңышы быйыл 67 мең тоннаға еткән, был иһә үткән йыл кимәленән 32 мең тоннаға күберәк. Заманса яңы техника алыныуы ла уңышлы эшкә йоғонто яһай. Йыл башынан 140 миллион һумлыҡ 36 ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары алынған.
Федераль һәм республика власы ярҙамы менән 2022 йылда төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Подъездарҙы ремонтлау буйынса “Башҡорт ихаталары” программаһы уңышлы файҙаланыла. Губкин урамын реконструкциялау, юл һәм тротуарҙарға асфальт түшәү ҙә муниципаль район халҡының уңайлы тормошон хәстәрләүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы – ишембайҙар өсөн айырыуса әһәмиәтле дата. Ошо йәһәттән әле ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанын реконструкциялау буйынса ҙур эш бара.
“Әбей-вышка” мемориаль комплексын төҙөкләндереү ҙә юбилей сараларына арналған. Был эштәр “Башнефть” предприятиеһы ярҙамында башҡарыла.
Башҡортостан нефтенең 90 йыллығына арнап, Республика көнө алдынан тағы ла күркәм сара үтте – Ишембай нефть колледжы биләмәһендә билдәле ғалим, геолог Иван Губкинға тантаналы рәүештә һәйкәл-бюст асылды. Был – йәш быуынға тарихыбыҙҙы онотмау йәһәтенән дә тәрбиәүи өлгө.
Халыҡҡа йәшәү-көнкүрештә әһәмиәтле булған социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Һуңғы өс йылда ғына районда һигеҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған. Тиҙҙән йәнә Ҡанаҡай, Әрмет-Рәхим, Әхмәр ауылдарында ла ошондай һаулыҡ һаҡлау объекттары барлыҡҡа киләсәк.
Ишембай районының мәктәп биналарын капиталь ремонтлау буйынса федераль программала әүҙем ҡатнашыу ҙа үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Барлығы алты мәктәп – өсәүһе ҡалала, өсәүһе ауылдарҙа, ремонттан һуң яңы төҫ алған.
Әлбиттә, былар башҡарылған эштәрҙең бары бер өлөшө генә.
Төбәкте хеҙмәт кешеләре күтәрә
Ауылыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ҡаҙаныштары нигеҙендә ябай хеҙмәт кешеләренең тырышлығы ята. Тыуған еренә хеҙмәт иткәндәр, уны яратҡандар йәшәгән төбәген эше менән данлай.
Кинйәбулат ауылынан башҡорт нефте ветераны Юнир Тимербулатов 47 йыл ғүмерен ошо тармаҡҡа арнаған. Хеҙмәт юлын 1963 йылда геолог булып башлаһа, аҙаҡ өлкән геолог, инженер-геолог һәм башҡа вазифалар башҡара.
– Нефтсе һөнәре ауыр ҙа, яуаплы ла. Яландарҙа нефть эҙләү, скважиналар быраулау, һынау һәм башҡа эштәрҙе үтәнек. Ҡырҡ градуслы һалҡындарҙа ла бирешмәнек, ҡуйылған йөкләмәләрҙе һәр ваҡыт башҡарып сыҡтыҡ. Тап ошо һөнәрҙе һайлауым менән ғорурланам. Сөнки нефтсе һөнәре бала саҡтан таныш булды. Кинйәбулат ауылы эргәһендә нефть ятҡылығы асылыу, эш ойошторолоу менән бик күп ауылдашыбыҙ унда хеҙмәт итте. Уларҙың эшен күреп-белеп үҫтек. Был иһә миңә һөнәр һайлағанда ла этәргес бирҙе, – тине Юнир Йосоп улы.
Нефть тармағы ветераны 2008 йылда хаҡлы ялға сыға, ләкин эшкә күнеккән замандашыбыҙға яҡташтары икенсе яуаплы вазифаны ышанып тапшыра. Юнир ағай Байғужа ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм хәҙер 15 йыл инде оло йәштәгеләр менән эшләй. Шул уҡ ваҡытта йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү ҙә – уның төп маҡсаты.
– Был осорҙа Кинйәбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, Советтар Союзы Геройы Тимербулат Халиҡовҡа мемориаль һәйкәл эшләнде. Яугирҙәребеҙ батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында Байғужа, Кесе һәм Оло Байыҡта ла һәйкәлдәр барлыҡҡа килде. Бынан тыш, төрлө тармаҡта хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙға унға яҡын таҡтаташ ҡуйылды. Ветерандар советы бындай сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмай. Быларҙың барыһы ла балаларҙа илһөйәрлек рухын тәрбиәләргә ярҙам итә, – тигән фекерҙә Юнир ағай.
Быйыл Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы уңайынан уҙғарылған байрамдарҙың, мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙың да саҡырып алған ҡунағы әңгәмәсем. Кинйәбулатта тыуып-үҫеп, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәүе менән һоҡландыра ул.
– Ситкә сығып китергә теләк булманы. Тормош иптәшем Нурия менән бергә йәшәүебеҙгә быйыл 55 йыл тула. Олатайым нигеҙен һыуытмай донъя көттөк, ошонда йәшлегебеҙ үтте. Тыуған еребеҙгә ғүмерлеккә ереккәнбеҙ. Йәнтөйәккә кәрәкле булып, файҙа килтереп йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Ишембайҙың күркәмләнеүе менән дә ғорурланам. Уның үҫешенә беҙ, нефтселәр, ҙур өлөш индерҙек. Артабан да йәшәгән төйәгебеҙ сәскә атһын, – тине нефть тармағы ветераны.
Ваҡытты туҡтатып булмай, бер быуынды икенсеһе алмаштыра. Ләкин был донъяға килгәнбеҙ икән, һәр ҡайһыбыҙҙың маҡсаты – төйәгебеҙҙе тағы ла күркәмерәк, уңайлыраҡ итеү, үҙеңдән һуң изгелек ҡалдырыу.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ишембай районы