Йәмғиәт
14 Октября 2022, 16:30

Уларҙан йылылыҡ урғыла

Берҙәм ғаиләләр - көслө Башҡортостан нигеҙе.

Уларҙан йылылыҡ урғылаУларҙан йылылыҡ урғыла
Уларҙан йылылыҡ урғыла

Күп бала үҫтергән әсәләргә һоҡланабыҙ. Әлбиттә, күмәк балаға ғүмер биреү, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтереү өсөн ҙур көс, тырышлыҡ, һәр береһенә етерлек наҙ һәм мөхәббәт кәрәк. Тик яндарында хуплаусы, һәр яҡтан ярҙам итеп тороусы атайҙар булмаһа, күпме гүзәл зат бындай аҙымға барыр ине икән?

Был аҙнала Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Байрам сағыштырмаса йәш булһа ла, кешеләр араһында популярлаша бара. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ошо уңайҙан республикабыҙҙың иң-иң атайҙарына “Атай ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырасаҡ. Бүләкләнеүселәр исемлегендә Күгәрсен районынан биш бала атаһы Йәмил Баймырҙин да бар. Беҙ уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

Геройыбыҙ менән телефон аша аралашырға тура килде – ул һәр ваҡыт эштә. Үҙе тураһында бер аҙ һөйләгәс, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанды һәм артабан ҡатыны менән һөйләшеүҙе үтенде лә, ватсапҡа уның номерын ебәрҙе. Экранда “Һөйгәнем” тип яҙылған телефон номеры килгәс, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙым. Ул Йәмил Зәки улының ҡатыны Гөлдәр Әдис ҡыҙы булып сыҡты. Бик мөләйем тауышлы ҡатындың һәр икенсе һүҙе “Йәмилем”, “йәнем” булыуын тыңлауы ла күңелдә матур хистәр уятты, был ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәр ҡыуандырҙы.

Ата-әсәһенең берҙән-бер балаһы булып үҫкән Йәмил бәләкәй саҡта атаһын юғалта. Шуға күрә ул әсәһенең төп ярҙамсыһы һәм таянысы була. Мәктәпте отличие менән тамамлай, тырыш малайҙы уҡытыусылары ярата. Юғары белем алам тип Өфөгә китә егет.

Гөлдәр менән Йәмил Баймырҙиндар студент йылдарында танышҡан. Егет – Күгәрсен, ҡыҙ Дыуан районынан, республиканың ике яғында ятҡан райондар йәштәрен Өфө юғары уҡыу йорто ҡауыштыра. Ғаиләнең беренсе балаһы – ҡыҙҙары Ынйы йәш атай икенсе курста уҡыған саҡта уҡ тыуа. Ике йыл да үтмәй, икенсе ҡыҙҙары донъяға килә.

– Беҙ ул саҡта уҡып бөтмәнек, миңә балаларҙы тәрбиәләргә, Йәмилгә ишәйә барған ғаиләне ҡарарға кәрәк ине, шуға эшләй ҙә башланы. Тик сәмсел, ныҡыш ирем барыбер юғары белем алып ҡуйҙы, эшләп йөрөгән сағында ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып сыҡты. Шул белеме менән эшендә үрләп тә китте, – тип һөйләй Гөлдәр.

Бөгөн ғаилә башлығы Салауат ҡалаһында “Транснефть-Урал” акционерҙар ойошмаһында ҡабул итеү-тапшырыу пункты начальнигы булып эшләй. Яуаплы, тырыш булғаны өсөн ул тиҙ үрләй, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булып китә. Ә был ваҡытта ғаиләлә бер-бер артлы балалар тыуа: Ынйы, Нәркәс, Миләүшә, Юлдаш һәм Иштуған.

– Ике ҡыҙыбыҙ тыуғас, малайлы ла булғы килә башланы. Улды ирем дә түгел, иң нығы мин көткәйнем. Минең Йәмилем дә малай атаһы булһын тип теләнем. Өсөнсөгә лә ҡыҙ тыуғас, ул һис тә ҡайғырманы, ныҡ итеп ҡыҙҙарын ярата. Уның ҡарауы артабанғы икәүһе малай булды. Һәр балабыҙ ҙур ҡыуаныс һәм шатлыҡ, – ти Гөлдәр.

Ә балалар ысынлап та ғорурланырлыҡ шул. Өлкән ҡыҙҙары Ынйыға әле 22 йәш. Ул атаһының юлын дауам итеүсе. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Әле атаһы янында “Транснефть-Урал” компанияһында эшләп йөрөй. Бәләкәйҙән әүҙем була ул, музыка мәктәбендә лә белем ала, спорт менән шөғөлләнә, төрлө республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңә. Студент сағында ла йәмәғәт тормошо менән әүҙем шөғөлләнә, республика кимәләндәге йәштәр форумдарын ойоштороусыларҙың береһе. Грант ярҙамына ла өлгәшкән.

Икенсе ҡыҙҙары Нәркәс шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты студенткаһы. Ул да мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, бик күп предметтар буйынса республика олимпиадалары еңеүсеһе. Шулай уҡ йыр һәм бейеү буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Нәркәс Башҡортостан Башлығы стипендияһын алып уҡып йөрөй. Быйыл ул кейәүгә сыҡҡан.

Һеңлеләре Миләүшә апаларынан һис ҡалышмай. Ул әле бишенсе класты тик “бишле” билдәләренә тамамлаған. Шулай уҡ музыка менән шөғөлләнә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Юлдаш икенсе класта уҡый. Атаһы кеүек үк математика кеүек теүәл фәндәрҙе ярата, Гагарин олимпиадаһы еңеүсеһе. Ә бәләкәй Иштуғанға ошо көндәрҙә дүрт йәш тулған. Төпсөктәре – уларҙың ҡыуанысы һәм йыуанысы.

Шуныһы ғына бар, ғаилә башлығы Салауат ҡалаһында эшләй, ә торған урындары – Күгәрсен районының Мораҡ ауылы. Йәмил Зәки улы өйөнә ялдарҙа ғына ҡайтып йөрөй.

– Иптәшем ситтә эшләһә лә, беҙ уның яныбыҙҙа икәнлеген һәр саҡ тойып йәшәйбеҙ. Ул ҡулынан килгәнсә балаларға йылыһын бирә, уларға ярҙам итә. Атай тәрбиәһен белеп, күреп үҫә балалар. Алтын ҡуллы хужа ла ул. Ауыл өйө тип торманы, йылы һыу үткәрҙе, йортта бәҙәрәф эшләне. Тормошобоҙ мөмкин тиклем еңеләрәк булһын тип тырыша. Аҙна һайын уны һағынып көтөп алабыҙ, бик һағынып китһәк, үҙебеҙ янына ла барып китәбеҙ, – ти ҡатыны.

Баймырҙиндар ғаиләһе бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ошондай көслө ғаиләләрҙән ныҡлы Башҡортостан төҙөлә лә инде.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас