Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 09:42

Васыят

Уны яҙыуҙың да серҙәре бар...

yandex.ruyandex.ru
Фото:yandex.ru

Иҙелдең бер ҡасан да ағаһы Юлайға буштан ғына шылтыратҡаны юҡ ине, шуға күрә ҡустыһының тауышын ишетеп, һиҫкәнеп китте.

– Атай менән бер-бер хәлме әллә?

– Сәләм. Эйе, шулай тиһәң дә була.

– Нимә? Һөйләй һал инде...

– Ул васыятын үҙгәртеп яҙған. Бөгөн әйберҙәремде алырға барһам,  эргәһендә нотариус ултыра. “Васыятты үҙгәртеп яҙҙым”,  – тине миңә.

– Бәлки, һинең әсәйеңә яҙған­дыр, йәки минекенә? – тип тыныс ҡына һораны Юлай. Уларҙың Иҙел менән атайҙары – бер, әсәләре – башҡа.

– Юҡ шул, – тине тегеһе. – Үҙенең аспиранты Рәйлә аласаҡ фатирҙы. Атай миңә шулай тине: “Кемгә минең китаптарым ҡәҙерле, васыятты ла шуға яҙам”. Әсәйемә уның китаптарының бер кәрәге лә юҡ, атайҙы ерләгән көндә үк сығарып быраҡтырасаҡ.

– Иҙел, һин ниңә ул фатирға йәбештең әле?

– Аңла, Юлай, һинең йәшәргә урының бар, ә мин фатирҙы ҡуртымға алып көн итәм.

Уларҙың атаһы Әхтәм Абдуллович – филология фәндәре докторы, үҙ даирәһендә киң танылған ғалим, китаптары ла күп – биш бүлмәле фатирҙың тотош бер бүлмәһен биләй. Китаптарын ғалим сабый балалай ҡәҙерләй. Улар араһында бөгөнгө замандың әҙәби әҫәрҙәре лә, һирәк осраған баҫма­лар ҙа бар.  Тәүге никахынан тыу­ған улы Юлай өсөн был китаптар­ҙың әһәмиәте юҡ. Хәйер, уныһының торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителгән шул. Иҙел – Әхтәм Абдулловичтың икенсе никахынан тыуған улы. Икенсе ҡатыны менән айырылыш­һа ла, был улы атаһы менән йәшә­не. Бер нисә йыл элек кенә Иҙел, ҡуртымға фатир алып, айырым көн күрә башланы. Сәбәбе бер – уның киләсәккә маҡсаты һәм ынтылыштары тураһындағы фекерҙәре атаһыныҡына тап килмәй.

– Һөйләшеп ҡарармын...

– Атайым менән һөйләшеүҙән мәғәнә юҡ, – тип бүлдерҙе Иҙел. – Теге аспиранткаһын эләктерергә кәрәк.

– Ярай, – тип үҙенекен итте Юлай. – Һин аспирантка менән һөйләшәһең, мин – атайым менән. Килештекме?

Юлай бер килке тәҙрәгә ҡарап уйланып ултырҙы. “Телесериал тип әйтерһең – ҡарт профессор аспиранткаһына фатирын бүләк итә...” Атаһы менән һөйләшергә барғас, ул Иҙелдең әйткәндәре дөрөҫ булыуына инанды.

– Мин, һис ҡасан булмағанса, айыҡ аҡыл менән ҡабул иттем был ҡарарҙы! – тип өҙә һуҡты Әхтәм Абдуллович.

– Атай, аҡылыңдың айыҡ икән­легенә шикләнмәйем, мине икенсе мәсьәлә борсой: Иҙелдең йәшәр мөйөшө юҡ бит! Китаптар өсөн гараж һатып алырға була йәки ху­жа­лыҡ бүлмәһе. Беҙҙең йортта шундай бүлмәләр һатыла, майҙаны – 12 квадрат метрлыҡ. Әле ҡал­дымы икән, белешеп ҡарайыммы?

– Иҙелгә дачамды мираҫ итеп ҡалдырам, – тине атаһы ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән.

Ул бер нисә ай инде сирләй, шуға малайҙары килгән һайын уны түшәктә ятҡан килеш күрәләр.

– Атай, беҙҙең һөйләшеү икенсе яҡҡа борола ла китә бит... – Юлай дауам итмәне, туҡтап ҡалды.

– Һинең ҡустың бер ҡасан да аҡсаға мохтажлыҡ кисермәне, һәр саҡ нимә теләһә лә алып биреп торҙом. Хәҙер уға ауыр, сөнки аҡса эшләргә күнекмәгән. Уның шундай булып үҫеүендә минең дә ғәйеп бар, аңлайым. Аҡса эшләргә, һәй­бәт һөнәр үҙләштерергә өйрәнһен.

– Шулай итеп, арт һабағын уҡы­тырға булдыңмы инде? – Юлай ата­һына аптырап ҡараны. – Эш­ләргә теләмәгәс, фатир ҙа бул­маясаҡ, тигәнде аңлатамы? Миңә үтә мөһим түгел, әммә шул турала һүҙ башлағас, һорағым килә: ә миңә һинән нимә ҡала? Әллә мин үҙем эш хаҡы алып йәшәгәс,  мираҫҡа хоҡуҡлы түгелме? Меҫкен аспирант әлегә уҡый, йәшәр урыны юҡ, биш бүлмәле фатир  китаптары менән бергә уға кәрәгерәкме? – Юлай тулҡынланып һөйләй башланы.

– Һин барыһын да бергә өйҙөң әле...

– Ниңә, шулай түгелме ни?

– Юҡ!

– Ярай. Минең фатирҙың коммуналь сығымдарын түләргә, китап­тарҙы һаҡларға хәлемдән килә. Хатта уларҙы, китапханалағы кеүек, теләгән кешеләргә уҡырға ла биреп тора алам. Минең вәғәҙә­нең ныҡлы икәнен беләһең. Ҡыҫҡа­һы, васыятты үҙгәртеп яҙһаң да була.

– Рәйлә китаптарҙы яҡшыраҡ һаҡлаясаҡ, ул архив эшен дә өй­рәнде. Уның, ысынлап та, йәшәргә башҡа урыны ла юҡ. Ул – минең өсөн ҡәҙерле кеше!

– Атай, көлкө ләһә инде былар. Һин аҡылы һайыға башлаған кешене хәтерләтәһең. Ике улың бар, ә һин фатирҙы бер кем дә белмәгән ҡыҙыҡайға тапшыраһың! Аңла­майым! – Юлай, үпкәләгәнен белдереп, ишекте ҡаты ябып сығып китте.

– Их, улым... Уның кем икәнен белһәң, бындай һүҙҙәрҙе һөйләмәҫ инең, – тип көрһөнөп ҡалды ҡарт ғалим.

Шул хәлдән һуң бер ай самаһы үткәс, Иҙел тағы шылтыратты.

– Атайыммы? – тине нимәлер һиҙенгән Юлай.

– Эйе, – Иҙелдең тауышы үтә тыныс ине.

– Хәҙер киләм.

...Ҡара яулыҡтар, ҡайғылы йөҙҙәр... Бөтәһе лә бергә буталды кеүек... Әхтәм Абдулловичты ерлә­гәндә Иҙел башҡаларҙан ситтәрәк торған һәм башына капюшон кейгән тәрән борсоулы йөҙлө бер ҡыҙҙы шәйләне. Халыҡ зыяраттан сығырға йүнәлгәндә ҡыҙыҡай тиҙ генә алыҫлаша башланы.

– Был, һис шикһеҙ, Рәйлә! Ҡыуып етергә кәрәк уны!

– Иҙел, кәрәкмәй. Бөгөн кәрәк­мәй... Беҙ бында баҫтырышмаҡ уй­нарға килмәнек бит, – тип ҡустыһын туҡтатырға тырышты Юлай.

– Нисек оялмайынса бында зыяратҡа килгән тиһең! – Иҙел һаман тынысланмай ине.

– Бәлки, ысынлап та ярат­ҡандыр... – тип иңбашын һикертте Юлай.

– Ул атайыма ейәнсәр урынына тура килә... Яратҡан, имеш!

– Ә һин улы бит, ейән түгел, тимәк, Рәйлә лә ҡыҙы һымаҡ була инде. Яратҡан ҡыҙы, етмәһә... Атайым уны бик яратып телгә ала ине, юҡҡа улай тиһең, – тип ҡустыһының иңбашынан ҡаҡты Юлай.

Зыяраттан ҡайтҡандың иртәгә­һенә үк Иҙел Рәйләгә шылтыратты. Тәүҙә оҙаҡ ҡына нимәләр әйтергә, ниндәй дәғүәләр һәм дәлилдәр килтерергә икәнен барланы. Тик нисек әйтһә лә килешмәҫ кеүек. Беренсе шылтыратҡанда телефон номерын яңылыш йыйыуы асыҡ­ланды. Был уны ярһытты ғына. Ахырҙа, Рәйлә телефонды алғас, Иҙел тыныс ҡына һөйләшә алманы, үҙе лә һиҙмәҫтән тауышын күтәреп өндәште.

– Борсолмағыҙ, мин аңланым, – тине аспирантка. – Мин фатирҙан баш тартасаҡмын, һеҙҙең файҙаға. Миңә... – ҡыҙыҡай бер аҙ өнләшмәй торҙо. – Миңә китаптар ғына кәрәк.

– Бөгөн үк алып китһәң дә була!

– Бөгөн алып китә алмайым, урыным юҡ...

– Эҙлә! Тап! – Иҙел телефонды һүндереп тә ҡуйҙы.

Китаптарҙы төрөүгә Рәйләнең өс көн ваҡыты китте. Уларҙы тул­тырыуға әллә нисә ҡатырға ҡап кәрәк булды. Ҡайһы бер стел­лаж­дарҙы ла алырға булды, улар китаптарҙы яңы урында урын­лаш­тырыуҙы еңеләйтәсәк. Иҙел дә быға ҡаршы килмәне, иҫке-моҫҡо­ноң кәмейәсәгенә ҡыуанды ғына. Китаптарҙы Рәйлә бынан бер көн алда ғына элек үҙе тәрбиәләнгән балалар йортонда урынлаш­тырырға һөйләшеп ҡайтҡайны. Яратҡан уҡыусыһының үтенесен директор ҙа кире ҡаҡманы, китапханалағы буш мөйөштө бирергә булдылар.

Һирәк осраған баҫмалар ҡуйылған кәштәне бушатаһы ғына ҡалды. Ундағы бер китапты ул ике-өс тапҡыр ҡарап сыҡҡайны инде, ҡайһы бер цитаталарҙы яҙып алырға ла теләй. Атаһы ла был китаптың бик ҡәҙерле булыуын әйткәйне. Рәйлә ошо китапты ҡулға алды. Уртаһынан дәфтәрҙән алын­ған ҡағыҙ киҫәге сығып тора ине. Ҡыҙ уны тартып сығарҙы. Унда шулай тип яҙылғайны. 

“Һаумы, ҡыҙым!

Һин был хатымды уҡыйһың икән, тимәк, китаптарым – ышаныслы ҡулда. Мин һиңә үҙем өсөн иң ҡәҙерле булған китапхананы мираҫ итеп ҡалдырам.

Һинең алдыңда ғәйеплемен: ба­ла­лыҡтан, ғаиләнән, атай яраты­уынан мәхрүм иттем. Юрамал тү­гел, әлбиттә, әсәйең менән бер­гә йәшәй алманыҡ бит, ләкин барыбер һинең алдыңда ғәйебем ҙур.

Мин мираҫ итеп ҡалдырған фа­тирҙан баш тартасағыңды һиҙе­нәм. Ағайың Иҙел дә бының өсөн бөтә тырышлығын һаласаҡ, шуға күрә мин, был хәлде алдан күреп, һиңә икенсе бер торлаҡты яҙҙыр­ҙым. Бер саҡ беҙ һинең менән, хә­терең­дәлер, Пархоменко урамын­дағы йорттоң бер фатирына инеп сыҡ­ҡайныҡ – шул фатир. Асҡыс һәм нотариус аша эшлән­гән документтар – һаҡлау каме­ра­һындағы ячейкала, уның адресы түбәндә күрһәтелгән. Код – беҙ яратҡан ошо китап нәшер ител­гән йыл.

Мин һине сикһеҙ яратам! Ата­йың”.

Рәйләнең күҙҙәренә йәш тулды. Ирендәре генә шыбырлай ине:

– Мин дә һине яратам, атай... Китаптар өсөн рәхмәт һиңә...

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас