

Бишбүләк районындағы башҡорт ауылдарының береһе Ҡаныҡай Дим йылғаһына һыйынып ҡына ултыра. Эргәһендә Ҡайнау, Тором, Аҡҡош һәм башҡа эреле-ваҡлы күлдәре, Мәтәү, Тором тауҙары, туғайлыҡтары – ауылдың биҙәге, йәме. Күпме быуын ошо гүзәл ергә килгән, киткән һәм бөгөн дә был ауылда тормош һүнмәй дауам итә, заман ауырлыҡтарына бирешмәй халыҡ тырышып донъя көтә, йолаларын һаҡлап ҡалырға ынтыла.
Күрше-тирә райондар ҡатнашлығында Ҡаныҡайҙа уҙғарылған Балаҫ байрамына барғанда был төбәктә йәшәгәндәрҙең тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһындыҡ. Боронғо шөғөлдәр тергеҙелеүенә лә, ауыл хужалығында эш ҡайнап тороуына ла, Ҡаныҡайҙың өмөтлө киләсәге булған һәләтле, матур ғаиләләр төпләнеүенә лә шаһит булып ҡайттыҡ.
Бикҡол ауыл биләмәһе башлығы Ришат ӘХМӘТШИН сығышы менән ошо ауылдыҡы, шуға халҡын да, проблемаларын да, уңыштарын да төптән белә. Ырымбур сигендә йәшәгән замандаштарыбыҙҙың көнкүреш шарттары нисек? Ауыл биләмәһе башлығына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Ришат Нуриман улы, биләмәгә нисә ауыл ҡарай, бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? Хәл итәһе ниндәй мәсьәләләрегеҙ бар?
– Бикҡол ауыл биләмәһенә Бикҡол, Дүсән, Ҡаныҡай ауылдары ҡарай һәм барлығы 900-гә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 327-һе –Ҡаныҡайҙа. Өс ауыл да тәбиғи газ менән тәьмин ителгән. Юлдар торошон да иғтибарҙан ситкә ҡуймайбыҙ. Һәр йәй ауыл урамдарында юлдар төҙөкләндерелә. Башлыса был эштәр “Башкиравтодор” ойошмаһы менән килешеү нигеҙендә алып барыла, ҡом-таш түгелә, аҙаҡ ул грейдер ярҙамында тигеҙләнә. Әлеге көндә ауылдарҙа ҡаралмаған бер генә урам да юҡ, тип әйтергә мөмкин. Әлбиттә, юлдар торошон яҡшыртыу буйынса эш артабан да туҡталмаясаҡ.
Урамдар яҡты булһын өсөн яҡтыртҡыстар ҡуйыу хәстәре күрелә. Сафтан сыҡҡан лампаларҙы ваҡытында алмаштырырға тырышабыҙ. Яңы өйҙәр һалыныуы, яңы урамдар барлыҡҡа килеүе менән бергә, өҫтәмә бурыстар ҙа тыуа. Әле өс ауылда ике урамға яҡтыртҡыстар урынлаштырыу өсөн ярты километр тирәһе оҙонлоҡта электр сымдары һуҙыу маҡсаты тора. Уны республика бюджеты ярҙамында хәл итеү өсөн ғариза бирелгән, район хакимиәте лә был һорауҙы иғтибар үҙәгендә тота.
Һыу менән тәьмин итеүҙә лә хәл итәһе мәсьәләләр бар. Дүсән һәм Бикҡол ауылдарында халыҡ үҙәкләштерелгән һыу селтәрҙәренә тоташтырылған, 1980 йылдарҙа колхоздар тарафынан һалынған торбалар иҫкергән, йыш эшлектән сығып, мәшәҡәттәр тыуҙыра. Һыу селтәрҙәре алмаштырыуҙы талап итә. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи һыу сығанаҡтарын – шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙең мөһимлеген дә аңлайбыҙ. Ауыл биләмәһендә бөгөнгә ике шишмә яңыртылған.
Тормошобоҙға һуңғы йылдарҙа килеп ингән ғәмәл – сүпте контейнерҙарға ′һалыу тәртибе тәүҙә халыҡ өсөн ят булып торһа ла, хәҙер өйрәнделәр. Ауылдарҙың барыһында ла сүп-сар контейнерҙары өсөн майҙансыҡтар эшләнгән. Халыҡтың һаны буйынса контейнерҙар ҙа етерлек күләмдә. Сүпте алып китеү буйынса тотҡарлыҡтар юҡ, беҙҙең биләмәне “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Киләсәккә маҡсатыбыҙ – әле булған металл контейнерҙарҙы пластикка, ҡапҡаслыға алмаштырыу.
– Ауыл халҡы йәнтөйәктәрен матурлау сараларында нисек ҡатнаша?
– Нимәгә тотонһаҡ та, халыҡ менән бергә эшләйбеҙ, тип ныҡлы әйтә алам. Ауыл биләмәһе башлыҡтарының “уң ҡулдары”, бөтә башланғыстарҙа башынан аҙағына тиклем барлыҡ эште бергә йырып йөрөгән ауыл старосталарын билдәләү урынлы булыр. Дүсән старостаһы Ғәли Халиҡов, Бикҡолдан Әхтәм Сәлихов ағайҙар әүҙем булыуҙары менән өлгө. Зыяратта өмә булһынмы, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған стела эргәһен йыйыштырыумы – улар халыҡты ла ойоштора, үҙҙәре лә барлыҡ сараларҙың уртаһында. Ҡул көсө менән генә түгел, өмәләргә шәхси транспорты, башҡа ҡорамалдары менән сыҡҡан ир-егеттәребеҙ, ағайҙарыбыҙ ҙа бар. Әлбиттә, уларһыҙ барлыҡ эште алып барыу ауыр булыр ине. Улар – Бикҡолдан Әхтәм Сәлихов, Урал Сәлихов, Мансур Сәғәҙиев, Илдар Юнысов, Дүсәндән Ғәли Халиҡов, Рәмил Садров, Рөстәм Бәҙретдинов, Ғабдулла Хәйҙәров, Руслан Мөхөтдинов, Ҡаныҡайҙан Хәлил Сабитов, Арсен Халиҡов, Илһам Әхмәтшин.
Ғөмүмән, ауыл халҡы ярҙамында өс ауылда ла зыяраттар тәртиптә тотола, барыһының да ҡоймалары төҙөк, өмәгә йыйылып, эске яҡтан да үләнен сабып йыйыштырып торалар.
– Спорт, мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштар бармы?
– Уңыштар, ысынлап та, бар. Ҡаныҡай урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илһам Әхмәтшин етәкселегендә милли көрәш буйынса секция эшләп килә. Уның тәрбиәләнеүселәре Азамат Хәбетдинов, Байрас Батраев, Рафаэль Әхмәтйәнов район кимәлендә генә түгел, республика ярыштарында ла ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ирекле көрәш менән шөғөлләнгән уҡыусылар араһында, Алмас Муллағолов менән бер рәттән, ҡыҙҙар ҙа уңышлы сығыш яһай, улар – Камила менән Милана Ишмөхәмәтовалар, Радмила Сәфәрғәлиева, Азалия Әхмәтшина, Гүзәлиә Ғәзизйәнова төрлө ярыштарҙа уңыштары менән шатландыра.
Өс ауылда ла мәҙәниәт усаҡтары эшләй. Дүсәндә данлыҡлы яҡташыбыҙ, дипломат Кәрим Хәкимов исемендәге күп функциялы мәҙәни үҙәк бар, Бикҡолда Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бинаһының ултырыштар залы мәҙәни усаҡ ролен үтәй. Ҡаныҡайҙарҙың да осрашып, күрешер, байрамдар үткәрер урыны бар. Мәҙәниәт учреждениелары белгестәр менән тәьмин ителгән, саралар даими ойошторолоп тора.
Ауылда йәшәү өсөн социаль объекттарҙың булыуы бик мөһим. Ҡаныҡай ауылына айырым туҡталып, шуны билдәләр инем: унда фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәп, клуб, китапхана эшләп килә. Көндәлек тауарҙар, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә ауырлыҡ юҡ, шәхси эшҡыуар Разалия Әхмәтшина сауҙа нөктәһе тота. Ауылдың таянысы булған ир-егеттәре менән дә көслө Ҡаныҡай. Хәлил Сабитов, Илнур Ҡасимов, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ойоштороп, игенселек менән шөғөлләнә. Булат Ноғоманов иһә еләк плантацияһы ултыртып, мул уңыш алыуға өлгәшә. Күптән түгел Булат менән кәләше Лилиә икенсе балаға атай-әсәй булды. Ауылда ергә берегеп, донъя көтөргә теләгән йәштәр өсөн үрнәк улар.
Клуб – халыҡты туплап, ауылға йән өрөп торған тәрбиә усағы. Төрлө сараларға халыҡ тартылып тора икән, тимәк, ул ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт үҙәге. Әминә Абдрахманова етәкселегендә фольклор төркөмө ауыл байрамдарын ғына биҙәп ҡалмай, ҙур кимәлдәге конкурстарҙа ла ҡатнаша. Был төркөмдә шөғөлләнгән гүзәл заттар әлеге көндә боронғо башҡорт балаҫын тергеҙеү буйынса ла ҙур эш ҡуҙғатты. Светлана Хәйруллина, Мәрйәм Хәкимова һәм башҡа әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар тәүге балаҫтарын һуғып ҡараны ла инде.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт. Ауыл ерен унда йәшәгән кешеләр күтәрә. Йәнтөйәктәре өсөн йән атып, матур итеп йәшәүгә ынтылғандар күберәк булған һайын, был ауылдарҙа тормош ҡайнап торасаҡ.
Ришат Нуриман улы Әхмәтшин Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итә һәм тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. 2003 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Йәш белгестә ойоштороу һәләте тиҙ тойола, 2007 йылдан уны Ҡаныҡай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шул йылдарҙа өс саҡырылыш ауыл советы депутаты итеп һайлана. Тиҙҙән уға тағы ла яуаплыраҡ эш йөкмәтелә – Бикҡол ауыл биләмәһе етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә. Хәҙер инде ете йыллап ул ошо бурысты башҡара. Ғаиләһенән дә уңған Ришат Әхмәтшин. Тормош иптәше Разалия Юлай ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Илһам менән Динар ситкә бәхет эҙләп сығып китмәгән: береһе ауыл мәктәбендә эшләй, икенсеһе – район үҙәгендә эске органдар хеҙмәткәре. Килендәре лә уҡытыусы. Йәш ғаиләләрҙә өсәр ул һәм ҡыҙҙар үҫә. Иң кеселәре – Азалия ҡыҙҙары быйыл Ҡаныҡай мәктәбен ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған.
Тыуған ереңә файҙалы булып йәшәү тойғоһо көслө Әхмәтшиндәрҙә.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

