Бөгөн илебеҙҙә - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Ул 2008 йылдан алып билдәләнә. Был датаны булдырыу идеяһы 1995 йыл БМО-ның Пекинда үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында барлыҡҡа килә һәм 12 йылдан һуң ғына рәсми рәүештә раҫлана.
Маҡсат – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек, сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн баһалау, тип әйтелә ошо туралағы документтарҙа. Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ, тип әйтергә мөмкиндер. Бөтөн донъя ҡатын-ҡыҙҙарының сирек өлөштән ашыуы ауыл ерҙәрендә йәшәй. Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, үҫемлекселек сеймалы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тороу - улар иңендә. Ошо ғына ла - ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығына ныҡлы дәлил. Бынан тыш, улар бөткөһөҙ йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән мәшғүл. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның әсәлек наҙынан мәхрүм йортта тормош та һүнә, ҡотһоҙлоҡ хөкөм һөрә. Ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатындар тотоп тора ауыл тормошон.
Бөгөн бигерәк тә улдарын, ирҙәрен, атайҙарын, ҡусты-ағаларын өлөшләтә мобилизацияға оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙар яҡындарының тиҙерәк ҡайтыуын сабырлыҡ, түҙемлек менән көтөп кенә ҡалмай, ә донъяларын баға, балаларын тәрбиәләй. Араларында фермер ирҙәренең урынына бар хужалыҡты үҙ ҡулына алғандар ҙа юҡ түгел. Һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ойошмалары урындарҙағы һүнеп барған тормошҡа йәм, рухи дәрт өҫтәй, алама ғәҙәтлеләргә дөрөҫ юлға төшөргә ярҙам итә, ауылдаштарына терәк һәм кәрәк булып йәшәй.
Таңдан тороп ҡара кискәсә хеҙмәттә булған ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Һөт ризыҡтарын баҙарҙа һатырға ла өлгөрә улар, йәй еләк-бәшмәген йыйып, көҙ етһә, үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәрҙе лә алып сығалар. Ҡышҡа етерлек әллә күпме ҡайнатма-һут, салаттар әҙерләйҙәр, шифалы үләндәр киптерәләр, ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Ә кис ҡулдарына бәйләм алалар, балаҫ һуғалар, кейеҙ баҫалар...
Уңған, егәрле, дәртле, талантлы, изгелекле, миһырбанлы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да һәр берегеҙ төйәгегеҙҙе нурға күмеп, ғаиләгеҙҙе ҡыуандырып, балҡып йәшәгеҙ!
Автор фотолары.