

Республиканың һәр ауыл-ҡалаһында өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә кәрәк-яраҡ, йылы әйберҙәр йыйыла. Йылайыр районының Байғужа ауылы халҡы ла мәрхәмәтлек акцияһынан ситтә ҡалмаған. Был хаҡта ошо ауылдан Зилә Солтанова хәбәр итте.
"Мобилизация буйынса хеҙмәткә алынып, Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙ - Йылайыр районы ир-егеттәренә ярҙам күрһәтеүгә Байғужа ауылы халҡы дәррәү ҡушылып, байтаҡ аҡса йыйҙы. Хәрби хеҙмәттә кәрәкле йылы эске кейемдәр, ойоҡбаштар, плащтар, рюкзактар, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, күстәнәс теүәлләп алып, ҡумталарға тултырып, ауылдаштарыбыҙҙың изге теләктәрен яҙып, еренә еткереп әҙерләп ҡуйған мәҙәниәт йорто етәксеһе Рима Игебаеваға, Зиләрә һәм Әлфир Бикбовтарға, йөрәк йылыһын өләшкән барлыҡ Байғужа ауылы халҡына ҙур рәхмәт! Артабан районыбыҙ етәкселәре ойошторған ылау менән тәғәйенләнгән урынға алып барып еткерерҙәр. Уларға хәйерле юл теләйбеҙ.
Изге эштәребеҙ, һәр беребеҙҙең изге теләктәре, уҡыған доғалары ҡабул булыр, Аллаһ бирһә. Йорт-еребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн, тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Һәр кем үҙ йортонда ғәзиз ата-әсәһе, һөйгән йәре, балалары менән именлектә, һаулыҡта, ҡыуаныс-шатлыҡта йәшәһен", - тип яҙҙы Зилә Солтанова.
Зилә Солтанова фотоһы.