

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына өлкән йәштәрге ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның ейәне өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған һәм әле Һарытау ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә.
Ҡатын ейәненә посылка ебәрергә булған, әммә йоҡо тоғо таба алмаған. Өләсәй кеше белдереүенсә, ҡалала улар бөтөнләй юҡ, алып бөткәндәр. Шуға ла ул башҡа ҡаланан алып килеүҙә ярҙам итеүҙәрен һораған.
Ирекмәндәр шунда уҡ ярҙам иткән: икенсе ҡалаға барып, ҡатындың иҫәбенә йоҡо тоғо һәм тактик бирсәткәләр килтереп биргән.
– Егеттәргә ҙур рәхмәт, ирекһеҙҙән штабҡа мөрәжәғәт иттем. Миңә ярҙам иттеләр, даими бәйләнештә булдылар, – ти өләсәй.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.
Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итәсәк.
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
Фото: bashkortostan.er.ru.