Йәмғиәт
15 Октябрь 2022, 17:30

Иң яҡшылар араһында - беҙҙекеләр

Республиканың өс ауылы федераль конкурста еңеү яуланы.

Иң яҡшылар араһында - беҙҙекеләрИң яҡшылар араһында - беҙҙекеләр
Иң яҡшылар араһында - беҙҙекеләр

Мәскәүҙә “Иң яҡшы муниципаль практика” федераль конкурсына йомғаҡ яһалды. Биш номинация буйынса илдең илле ауыл биләмәһе еңеүсе тип билдәләнде.

Номинациялар буйынса бүләкләү фонды 360 миллион һум тәшкил итһә, конкурстың дөйөм фонды - 900 миллион һум.

Ғөмүмән, Рәсәй Хөкүмәте илдең муниципалитеттары үҫешенә ҙур иғтибар бирә һәм иң ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. Улай ғына ла түгел, әлеге конкурс буйынса еңеүселәрҙе нығыраҡ дәртләндереү йәһәтенән ил Президенты фондты тағы ла арттырған.

“Алты йыл дауамында барған конкурс йылдан-йыл нығыраҡ танылыу яулай бара. Тәүге йылда 500-ҙән әҙерәк заявка килһә, быйыл 1200 биләмә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта беҙ яуаплылыҡтың да арта барыуын күҙәтәбеҙ. Тимәк, урында эштәр, халыҡтың тормошо яҡшыра”, - тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

Биш йыл эсендә биш меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән һәм уларҙың 196-һы призлы урын алған. Быйыл 27 төбәктән 50 биләмә еңеүсе тип табылған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, улар араһында Башҡортостандан вәкилдәр ҙә бар: Йылайыр районының Йылайыр ауылы биләмәһе “Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡ йәшәйешенә уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше” номинацияһында еңһә, Салауат районы Миәшәгәр ауылы биләмәһе “Муниципаль берәмек халҡы менән бәйләнеште тәьмин итеү, үҙидара йәмәғәт биләмәләре үҫеше” номинацияһында беренсе урын алған, ә Краснокома районының Николо-Березовка ауылы биләмәһенә “Милләт-ара татыулыҡты нығытыу”ҙа етеүселәр булмаған.

Фото: "Иң яҡшы муниципаль практика" конкурсы төркөмө.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас