Йәмғиәт
15 Октябрь 2022, 09:00

Осоштарҙы сикләү режимы оҙайтылды

Был ниндәй аэропорттарға ҡағыла?

Осоштарҙы сикләү режимы оҙайтылдыОсоштарҙы сикләү режимы оҙайтылды
Осоштарҙы сикләү режимы оҙайтылды

Федераль һауа транспорты агентлығы Рәсәйҙең көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә осоштарҙы сикләү режимын оҙайтты.

Сикләү 2022 йылдың 22 октябренә тиклем дауам итәсәк һәм Анапа, Брянск, Белгород, Воронеж, Краснодар, Геленджик, Липецк, Курск, Дондағы Ростов, Элиста, Симферополь аэропорттарына ҡағыла.

Рәсәйҙең башҡа аэропорттары элекке режимда эшләй. Был халыҡ-ара аэропорттарға ла ҡағыла.

Рәсәй авиакомпаниялары Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса пассажирҙар ташыуҙы ойоштора. Бар үҙгәрештәр тураһында авиакомпанияларҙың һәм аэропорттарҙың рәсми сайттарында, шулай уҡ уларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә уҡығыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас