

Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро башланғысы менән бөгөн Архангел районының Аҫҡын ауылы эргәһендә ялан шарттарында үҙенсәлекле саралар ойошторолдо.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан 40-лап атай һәм улдар өсөн тыныс тормошта, шулай уҡ экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде тотоу буйынса кәрәкле һабаҡтар өйрәтелде. Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы Юрий Туманов йыйылған кешеләргә урманда усаҡ яғыу, ашарға бешереү, табипҡа тиклем тәүге ярҙамды күрһәтеү, яралыларҙы ташыу, урында йүнәлеш таба белеү һәм башҡа оҫталыҡ серҙәрен күрһәтте. Уҡ атыу буйынса ойошторолған чемпионат та балаларҙа ла, атайҙарҙа ла сәм уятты. Ә инде Аҫҡын мәмерйәһенә сәйәхәт тыуған еребеҙҙең ни тиклем матур булыуына йәнә бер ҡат инандырҙы. Башҡа яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар Архангел тәбиғәтенә һоҡланыу белдерҙе.
"Ике йыл элек Башҡортостанда Ирҙәр ҡоро ойошторҙоҡ. Бының маҡсаты атайҙарҙың мәртәбәһен күтәреүгә йүнәлтелде. Балаларҙың компьютерға, интернетҡа ылығыуы сәбәпле атайҙары менән аралашыуының кәмеүе яҡшы күренеш түгел. “Атайҙан күргән уҡ юнған, әсәйҙән күргән тун бескән” тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Атайҙары менән аралашҡан улдар ысын ир булып үҫә. Үҙемдән генә лә әйтә алам: атайым мине һәр ваҡыт бергә йөрөттө һәм “ир кешенең бурысы тыуған ерен һаҡлау, ғаиләһен ҡарау” тип әйтә торғайны. Уның өйрәткән һәр нәмәһе иҫтә ҡалған. Минеңсә, балаларын интернеттан айырып, атайҙар улар менән йышыраҡ аралашһа, бары тик файҙаға ғына. Ир-егеттәр ҡоро ошондай маҡсат ҡуя. Быға тиклем Бөрйәнгә барып, һыбай йөрөү буйынса тур ойошторғайныҡ, быйыл да тәбиғәткә сығырға ҡарар иттек, сәфәребеҙ бик уңышлы килеп сыҡты. Республикабыҙҙың барлыҡ атайҙарын бөгөнгө байрам менән ҡотлайым. Улдары эштәре, уҡыуҙары менән ҡыуандырып торһон тип теләйем", - тине Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың ирҙәр ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Көн ямғырлы, мәмерйәгә юл оҙон һәм ҡатмарлы ғына булыуға ҡарамаҫтан, бер генә бала ла ризаһыҙлыҡ белдермәне. Атайҙары менән барлыҡ һынауҙарҙы ла үтеп сыҡтылар. Һорауҙарҙың да иң күбен белгестәргә балалар бирҙе. Һуңынан күмәкләп яланда бешкән бутҡа менән һыйландылар. "Өйҙә һайланып ашаһалар, ялан бутҡаһын бик тә оҡшаттылар", - тине ата-әсәләре.
Атайҙарҙың, улдарҙың сәйәхәттән тәьҫораттарын гәзитебеҙҙең киләһе һанындағы мәҡәләлә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.