

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылындағы Мәктәп урамында урынлашҡан өйҙә янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән ваҡытта 1951 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүселәре эшләй, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: "Башинформ".