

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, үткән аҙнала ла Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге йылы биреү мәсьәләһенә ҡағылған. Был темаға мөрәжәғәттәр һаны – 609.
– Күпселек һорауҙар йылы биреүҙең сифатына бәйле. Мәҫәлән, бер бүлмәлә йылы бар, икенсеһендә юҡ, ти күптәр. Ҡайҙалыр ныҡ йылыталар һәм өйҙә эҫе. Тимәк, һүҙ йылы биреү-бирмәү тураһында түгел, ә уның нисек бирелеүендә, – тине Елена Прочаковская Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бының ише проблемаларҙы хәл итеү өсөн быйыл “ҡышҡы” штаб булдырыуға ихтыяж юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системалары бындай мәсьәләләрҙе планға ярашлы хәл итеп өйрәнергә тейеш.
– Әлегә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш саралар күрергә, Өфөлә "ҡышҡы” штаб булдырырға кәрәкмәй. План режимында эшләргә өйрәнегеҙ. Был тәбиғи, ғәҙәти процесс. Рәсәйгә ҡыш килә – система әҙер булырға, кешеләр түләүҙәр менән бәйле бөтә нескәлектәрҙе аңларға тейеш, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: alfakontakt.ru