

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланы төҙөкләндереү һәм матурлау тураһында әйтте. Башлыса ул Өфөгә көньяҡтан, аэропорт яғынан, инеү юлын матурлау тураһында һөйләне.
– Беҙ инеү төркөмөнә ҙур иғтибар бүлдек. Минең ҡарашҡа матур килеп сыҡты. Тағы ла матурыраҡ булыуын теләйем, декоратив үҫемлектәр өҫтәргә мөмкин, – тине республика етәксеһе.
“Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу буйынса эштәр тамамлана, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Ул 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө халҡының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса стела ҡуйыу урыны билдәләнде – Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән яр буйында, автомобиль күперҙәренән уң яҡта ҡалаға ингән ерҙә.
“Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға бирелә. 2020 йылдың 2 июлендә Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән ул 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә лә бирелде.
Фото: "Башинформ".