+21 °С
Болотло


Иглин районынан Юлдашевтар ғаиләһендә оло шатлыҡ – уларҙың ҡыҙы донъяға килгән. Тик һөйөнөслө хәбәрҙе атай кешегә хәрби часта күнекмәләр үткәндә ишетергә тура килә.
Командирҙарҙың да күңеле таш түгел: бәхетле атайҙы бер-ике көнгә ҡыҙын күрергә ҡайтарырға булғандар.
Шатлыҡлы хәбәр менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашҡан. Беҙ ҙә Артур Юлдашевты һәм уның хәләл ефетен ҡыҙҙары тыуыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Төклө аяғың менән, сабый, бәхетле бул!
Фото: Гүзәл Насирова.