Йәмғиәт
17 Октябрь 2022, 09:15

Яңы йылда ҙур байрам үткәреү тыйылды

Радий Хәбиров махсус хәрби операция уҙғарылған осорҙа артистарҙы йәлеп итеп ҙур байрамдар уҙғарыуҙы һәм бының өсөн аҡса тотоноуҙы тыйҙы

Яңы йылда ҙур байрам үткәреү тыйылдыЯңы йылда ҙур байрам үткәреү тыйылды
Яңы йылда ҙур байрам үткәреү тыйылды

Башҡортостан Башлығы Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операция уҙғарылған осорҙа артистарҙы йәлеп итеп ҙур байрамдар уҙғарыуҙы һәм бының өсөн аҡса тотоноуҙы тыйҙы.

– Бөтәгеҙгә лә әйтәм, яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, быны үҙем контролдә тотасаҡмын. Алда Яңы йыл, беҙ уны мотлаҡ үткәрербеҙ, ғаиләләр беҙҙең хәстәрлекте күрергә, һәм балалар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, байрам һәм бәхет тойғоһо кисерергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы.

“Бер ниндәй ҙә яңы шыршылар алмағыҙ, һеҙҙә бөтәһе лә бар, мин байрамдар өсөн нимә лә булһа һатып алыуҙы тыям, унһыҙ ҙа Яңы йылды яҡшы кәйефтә үткәрәсәкбеҙ. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм, бер ниндәй артистар ҙа юҡ, теләһәгеҙ, үҙегеҙ гармун алып йырлағыҙ”, – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хәҙер бөтә аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш.

Төбәк етәксеһе үҙенең хакимиәте башлығы Максим Забелинға, республиканың мобилизацияланған граждандары балаларына бөтә хәстәрлекте тойһон өсөн айырым иғтибар бирергә ҡушты.

– Яңы йыл – тәү сиратта балалар байрамы, һәм был бик мөһим. Бөтәһен дә берләштерербеҙ, Яңы йылды үткәрербеҙ, ә ҡалғанын иң яҡшы дәүерҙәргә тиклем ҡалдырып торорбоҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас