Йәмғиәт
18 Октябрь 2022, 13:30

Евразия күсмә цивилизациялар музейы асыла

Уны Шишмә районында урынлаштырырға ниәтләйҙәр.

Евразия күсмә цивилизациялар музейы асылаЕвразия күсмә цивилизациялар музейы асыла
Евразия күсмә цивилизациялар музейы асыла

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейын асыу буйынса эш төркөмө ултырышын үткәрҙе. Уны Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында урынлаштырырға ниәтләйҙәр.

Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, археология, туризм өлкәһендәге эксперттар, шулай уҡ проектлау ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.

“Архтамға” эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев буласаҡ музейҙың архитектура концепцияһы менән таныштырҙы. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел ул Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булғайны. Бюро етәксеһе билдәләүенсә, күсмә цивилизациялар музейы биналары комплексы ошо төбәктең ландшафтына тап килергә һәм төп объект – Турахан кәшәнәһенең әһәмиәтен сағылдырырға тейеш. Бының өсөн белгестәр биләмәгә анализ яһап, музейҙың төп объекттарын һүрәтләй башланы.

Бер үк ваҡытта республика ғалимдары кәшәнәнән алыҫ түгел ҡәберлектәрҙә табылған археологик табыштарҙы тикшерә. Бынан тыш, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә буласаҡ музей комплексы белгестәрен әҙерләү ҡарала. Уның нигеҙендә шулай уҡ лаборатория комплексы, студенттар өсөн уҡыу һәм лекция аудиториялары барлыҡҡа киләсәк.

Музей эргәһендә бер нисә объект – визит-үҙәк, “оҫталар ҡалаһы”, ипподром менән ат спорты үҙәге, ҡымыҙ йорто, шулай уҡ дөйөм туҡланыу ойошмалары, туристик-рекреация объекттары урынлашасаҡ. Киләсәктә бында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн үҫешкән инфраструктуралы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейы әле үк төрлө тармаҡтағы проекттар өсөн үҫеш нөктәһенә әүерелә.

– Был күләмле объект республика мәнфәғәттәренә яуап бирергә һәм ҡунаҡтарҙы – туристарҙы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, спортсыларҙы, халыҡты күпләп йәлеп итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Проектты тормошҡа ашырыу өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү мөһим. Шулай уҡ декабрь башына төп музей һәм рекреация объекттары урынлаштырылған карта-схеманы әҙерләргә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы биләмәне транспорт менән тәьмин итеү, шулай уҡ юл буйы сервисын үҫтереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Евразия күсмә цивилизациялар музейы асыла
Евразия күсмә цивилизациялар музейы асыла
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас