

Дәүләкән районының Соколовка ауылында йәшәүсе һөнәрмәндәрҙең береһе Әнисә Хажиғәлиева менән осрашыу кәрзин үреү серҙәрен асты.
1980 йылдарҙа урман хужалығының кәрзин үреү цехында ошо һөнәргә өйрәнә, һәм был уға бик оҡшап китә. Аҙаҡ медик һөнәре алып, оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләргә тура килһә лә, күңеленә оҡшаған кәрзин үреү шөғөлөн бер ҡасан да ташламай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бының өсөн ваҡыты тағы ла иркенәйә. Оҫта ҡатмарлыраҡ биҙәктәр эшләргә лә өйрәнеп ала.
– Бүләккә бик матур, йәшелсә, еләк-емеш һаҡлауға ла ҡулай, тауыҡ ояһы итергә лә мөмкин. Лак менән буяғас, йыуһаң да уларға бер ни ҙә булмай. Үҙемдә 25-30 йыл элек үргән кәрзиндәрем дә ҡулланылышта йөрөй әле, – ти әңгәмәсем.
Ысынлап та, талдан үрелгән һауыттарҙың ниндәйен генә күрмәҫһең! Кәнфит һалырға ла, йәшелсә, еләк-емеш һаҡларға ла мөмкин, хатта бесәй өсөн дә талдан бик уңайлы кәрзин килеп сыҡҡан. Һауыттар төрлө ҙурлыҡта, һәр береһе үҙенсә биҙәлгән.
Кәрзин үреү өсөн йылға буйында үҫкән бер йыллыҡ талды ҡуллана, ә быйыл яҙ махсус рәүештә дүрт сорт тал ултыртҡан. Әле уны киҫеп, кәрзин үрергә лә мөмкин, ләкин бында ла үҙ сере бар. Талды тәүге һалҡындарҙан һуң ғына киҫергә була. Ботаҡтарынан таҫма эшләү өсөн махсус станогы ла ныҡлы ярҙамсыһы. Үреүе тиҙ булһа ла, материалын әҙерләү күп көс талап итә. Үҙ ваҡытында киҫергә, 1,5-2 сәғәт тирәһе ҡайнатырға кәрәк, сөнки унһыҙ талды әрсеп булмай, сортҡа айырырға ла тура килә, башҡа ваҡ мәшәҡәте лә етерлек, шуға күрә был эштәрҙе тормош иптәше менән бергәләп башҡаралар. Уртаса ҙурлыҡтағы бер кәрзинде ике сәғәт тирәһендә үреп тә ҡуя Әнисә апай.
Уңайлы булһын өсөн киләсәктә айырым оҫтахана йыһазландырып алырға ла дәрттәре бар уңған ғаиләнең.
– Кәрзин үреү – күңелгә кинәнес биргән мауыҡтырғыс шөғөл. Беҙҙән һуң да ул юғалмаһын өсөн, йәштәрҙе өйрәтер инем, – ти Әнисә Мәүлет ҡыҙы.
Арабыҙҙа ҡул эшенә оҫталар бик күп, уларҙың һәр береһе –йәмғиәтебеҙҙең биҙәге.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Дәүләкән районы.