

Бер быуатлыҡ ғүмер... Күптәр был йәшкә тиклем етә алмай. Ә еткәндәре өсөн ысын күңелдән ҡыуаныс кисерәһең. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында йәшәгән Камила инәй ҙә йөҙ йәшен тултырған.
Камила Ҡотлоева 1922 йылдың 17 октябрендә Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған. Ғүмер буйы Салауат ҡалаһындағы “Чайка” ательеһында эшләгән һәм шунан хаҡлы ялға сыҡҡан. Дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән.
Кисә Камила инәй 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Матур ғүмер байрамын ул туғандары, яҡындары менән бергә үткәргән. Инәйҙе ҡотларға ҡала мэры Игорь Миронов, шулай уҡ һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла барған, тип хәбәр иттеләр Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
"100 йыллыҡ юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлап, һеҙгә ныҡлы Һаулыҡ теләйем. Үҙегеҙҙе ҡәҙерләгән, яратҡан ҙур ғаиләгеҙ менән бергә булығыҙ", - тигән Игорь Миронов.
Камила инәйҙе оло юбилейы менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ, уға ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фото: "Моя Уфа" порталы.