

Йәшәгән еренә ысын хужа булып, уның төҙөклөгө, матурлығы өсөн битараф ҡалмаған замандаштар булғанда ауыл ерендә йәшәү һулышы һүрелмәйәсәк. Республикабыҙҙа уңышлы эшләп килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ауылдарға йән өрә. Илеш районы халҡы унан әүҙем файҙалана, барлыҡ ауыл биләмәләре лә уның ярҙамында даими эш башҡарып килә. Программа буйынса клубтар яңыртыла, һыу селтәрҙәре ремонтлана, зыяраттар ҡоймалана, тракторҙар алына һәм башҡа саралар күрелә. Был проекттың маҡсаты – урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә граждандарҙы ла ылыҡтырыу.
Илеш районындағы 22 ауыл биләмәһенең барыһы ла быйыл конкурсты уңышлы үткән. Әле эштәрҙең ҡыҙған мәле. Мәҫәлән, Этәй, Абдулла ауылдарында – клуб бинаһына,Ҡәҙерҙә балалар баҡсаһына капиталь ремонт үткәрелә, Түбәнге Йәркәй ауылының Ғаилә паркына һәм Уяндыҡ ауылына балалар-спорт майҙансығын ҡороу билдәләнгән. Зыяраттарҙы кәртәләү ҙә уңышлы бара. Мәҫәлән, Ҡарабаш һәм Үрмәт ауылдарында ҡоймаларҙы яңыртып та ҡуйғандар.
Ҡужбахты ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы капиталь ремонтланған. Был ауылда һыу мәсьәләһе халыҡтың ауыртҡан ере булған, шуға ла унда йәшәүселәр тап ошо проект өсөн дәррәү тауыш биргән. Программа ярҙамында яңы насос ҡуйылған, насос станцияһы бинаһы төҙөлгән. Шулай уҡ уны ут менән тәьмин итеү өсөн 130 метр оҙонлоғонда электр үткәргесе һуҙылған.
Был проекттың бюджеты 1107000 һум тәшкил итә, шул иҫәптән 150 мең һум район бюджетынан бүленгән, 100-әр мең һумы – халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылған һәм 757 мең һумы – республика ҡаҙнаһы субсидияһы. Эштәрҙе подрядсы ойошма – “Иш-Тау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған.
Әйткәндәй, был ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарға таянған йәмәғәт инфраструктура үҫеше проекттарының республика конкурсында етенсе тапҡыр еңеү яулай.
Сүлте ауыл биләмәһендә булып, уларҙың был программа нигеҙендә башҡарылған эштәрен күрҙек. Ауыл хакимиәте башлығы Радик Миңнуллин әйтеүенсә, былтыр улар ҡар эттергес менән МТЗ-82.1 тракторын алған, быйыл иһә техникаға арба, үлән сапҡыс, тейәгес ҡайтарғандар.
– Был трактор – хужалыҡ эшендә ҙур ярҙамсы. Беҙҙең ҡарамаҡта –дүрт ауыл, ҡышын урамдарҙы таҙартҡанда файҙаһын күрәбеҙ. Быға тиклем “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Сүлтелә һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөкләндерелде, ошо уҡ ауылда мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үтте, Янтуғанда социаль комплекстың ҡыйығы алмаштырылды, Сүлте һәм Яңы Аташ ауыл урамдарына ваҡ таш һалынды, – тине ауыл хакимиәте башлығы.
Сүлте ауыл биләмәһенең киләһе йылда ла программала ҡатнашыу ниәте ҙур – был юлы улар Янтуған ауылында һыу мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй. Ғөмүмән, 2023 йылға илештәрҙең “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса яңы маҡсаттары бар.
Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА
Илеш районы.