

Мәмбәт – Хәйбулла районында боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ауылдың исеме Мәмбәт Ҡәйеповтан барлыҡҡа килгән. Ололар яҙып ҡалдырғанса, Мәмбәт ауылы хәҙерге Йылайыр районының Һабыр ауылынан айырылып сыҡҡан. Мәмбәттең өс ҡатыны була: Һағындыҡ, Һыйлыҡай, Йомаһолтан. Уларҙың барлығы һигеҙ улы, алты ҡыҙы тыуа.
Илһөйәрҙәр йәшәй бында
Мәмбәттең бөтә улдары ла ил-йорт именлеген һаҡлауҙа әрме хеҙмәтен намыҫлы атҡарған. Уның һигеҙ улы араһында Иҫәнғол тигәне барыһынан да зирәгерәк һәм мәғрифәтлерәк була. Иҫәнғол Ҡәйепов заманына күрә юғары тип иҫәпләнгән майорға тиклем күтәрелә, оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәттә була. Ырымбур губернаһы генерал губернаторы полковник Циалковский һәм генерал-майор Перовский майор Ҡәйеповты ихтирам итә. Уны хөрмәт итеү йөҙөнән Мәмбәт ауылында мәсет төҙөү өсөн 200 һум (ул ваҡытта ҙур аҡса була) бирәләр.
1817 йылда Иҫәнғол Ҡәйеповҡа 14-се класлы чиновник (дворянин) титулы бирелә, ул Ырымбур губернаһының 9-сы кантон начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Иҫәнғол Мәмбәт улы 1848 йылда вафат була һәм Мәмбәттә ерләнә. Ауылда бөгөн иң күп таралған фамилиялар – Мәмбәтовтар, Шәриповтар һәм Ҡәйеповтар.
Мәмбәт Маҡан ауыл биләмәһенә ҡарай, унда бөтәһе 500-гә яҡын кеше йәшәй. 18 йәшкә тиклемге балалар һаны – 118, 60 йәштән өлкәндәр – 67 кеше. Ауылдың иң бәләкәйе Илнур Шәриповҡа – өс ай, иң ололары Кинйәбикә менән Фәрит Мәмбәтовтарға – 86 һәм 87 йәш.
Ауыл халҡы дәртле һәм уңған, һәр йортта тиерлек күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса ауылда өр-яңы балалар майҙансығы асылған, урамдар яҡтыртылған. Мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, ике шәхси магазин, клуб һәм китапхананы берләштергән күп функциялы мәҙәни үҙәк эшләй. Әйткәндәй, ауылдағы “Иҫәнғол” мәсете райондың иман йорттары араһында берҙән-бер тарихи-мәҙәни ҡомартҡы булып иҫәпләнә.
Бай тарихлы ауыл күренекле шәхестәре менән дә ғорурлана. Был ауылдан Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Миҙхәт Мәмбәтов, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғариф отличнигы Тәнзилә Әхмәтова, педагогия фәндәре кандидаты Миләүшә Аҡъюлова, “Башбланкиздат” директоры Гөлсәсәк Әлибаева, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Хәлимә Ҡәйепова, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрзиә Алтынаманова, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Анфиса Шәрипова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм башҡалар сыҡҡан.
Яҡты нур өләшәләр
Ауыл менән яҡындан танышыуҙы халыҡты аң-белемгә өндәгән һәм тәрбиәләгән китапхананан башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Академик Лихачев: “Бөтә сәнғәт юҡҡа сығып, бер китапхана тороп ҡалған хәлдә лә, мәҙәниәтте тергеҙеп була”, – тигән. Тимәк, китапхана-мәҙәниәттең аҡыл, ғилем ҡаҙнаһын.
Мәмбәт ауыл модель китапханаһында биш йылдан ашыу эшләгән Вилена Ҡәйепова беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Китапханасының эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, күп функциялы үҙәк етәксеһе Вәсилә Мәмбәтова менән беҙҙе оҙатып йөрөнө, ауыл менән яҡындан таныштырҙы. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Китап фонды барлығы 12 мең 230 дана тәшкил итә, ауыл халҡы китап уҡырға бик ихлас йөрөй. 360 китап уҡыусының 60-ы – балалар, 40-лабын йәштәр тәшкил итә. Урал Бейешев, Ангелина Илбәкова, Мөҙәрис Ҡәйепов, Рәмил Ҡарабаевты иң күп китап уҡыусылар булараҡ билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ күрше Сәғит ауылына күсмә китапхана йөрөй, ауыл халҡына улар һораған китаптар, ваҡытлы матбуғат айына ике тапҡыр алып барыла.
– Халыҡ хәҙер китап уҡымай, тип әйтмәҫ инем, әммә йәштәр, уҡыусылар араһында “китап ене” ҡағылғандар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Олораҡ быуын китапһыҙ йәшәй алмай, улар боронғо баҫмаларға, йәғни элегерәк сыҡҡандарға өҫтөнлөк бирә. Күптәре беҙгә гәзит-журнал уҡыр өсөн дә килә. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс китап булһа, ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп уҡыла, – ти Вилена Дан ҡыҙы.
Ваҡытлы матбуғат араһында “Башҡортостан” гәзитенең дә түрҙән урын алыуы ҡыуандырҙы. Китапхана янында “Уңған ҡулдар”, “Тамсылар” балалар театры ла эшләп килә, уларҙың икеһенә лә Вилена Ҡәйепова етәкселек итә.
Оҙаҡ йылдар китапханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Вәсилә Мәмбәтоваға өйҙә оҙаҡ ултырырға форсат теймәй. Клуб мөдире декрет ялына сыҡҡас, әүҙем һәм дәртле ханымды йәнә эшкә саҡыралар. Был юлы уға ауылдың мәҙәни усағын һүндермәй, балҡытып ебәрергә тура килә.
Бөгөн күп кенә ауылдарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте әүҙем эшләй. Мәмбәт ауылында ла 2014 йылда ағинәйҙәр клубы ойошторолған. Ауылдың йәме һәм биҙәге булған, барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөгән, үҙҙәренең сығыштары менән дәрт өҫтәгән “Туржы ынйылары” фольклор коллективы 2006 йылдан уңышлы эшләй. Ансамблгә төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Клуб янында шулай уҡ “Йәшлек” вокаль, “Балҡыш” театр ансамблдәре эшләй, уларҙың барыһына ла Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы етәкселек итә. Күптән түгел клубҡа йәш һәм дәртле Наил Ҡарабаев художество етәксеһе булып эшкә ҡайтҡан.
Вәсилә Мәмбәтова үҙе лә бик матур йырлай, бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарына ғашиҡ ул. Халыҡ йырҙарынан “Томан”, “Һандуғас”, “Шәүрә”не яратып башҡара.
Китапхана менән клуб икеһе бер бөтөн булып эшләй, тиһәк тә, дөрөҫ булыр, моғайын. Мостай Кәрим яҙғанса, “донъяның ҡояшлы яғында йәшәй улар”. Ауыл халҡына яҡты нур өләшәләр, халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын тергеҙәләр, йәш быуынды ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, боронғо шөғөлдәргә өйрәтәләр, балаларға өләсәйҙәр тәрбиәһе бирәләр, шәжәрә төҙөүгә, ауылдың тирә-яҡ атамалары тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүләләр.
Белем усағында
Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән “өс таған”дың икенсеһе булған мәктәпте лә урап үтә алманыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәмбәт урта мәктәбендә 1980 йылдан алып эшләгән, 2003 йылдан мәктәп директоры “ҡамыты”н тартҡан Әлфирә Мәмбәтованың үҙен осрата алманыҡ. Ә бына директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Эльвира Ҡәйепова менән аралашырға насип булды.
Эльвира Фәнил ҡыҙы көн һайын күрше Сәғит ауылынан йөрөп эшләй. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән белгескә, 2014 йылда Сәғит урта мәктәбе ябылғас, хеҙмәт юлын Мәмбәттә дауам итергә тура килә.
– Рәсми рәүештә Мәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе тип һаналһа ла, Х класҡа уҡыусылар ҡалмай. Йылдан-йыл балалар һаны кәмей барыуға ҡарамаҫтан, нисек тә белем усағын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Бөтәһе 47 бала белем ала, Әҙел ауылында башланғыс мәктәп беҙҙең филиалға ҡарай. Унда ла ни бары ике уҡыусы. Былтыр дүрт бала 9-сы класты тамамланы, быйыл тәүге тапҡыр биш бала килде. Педагогтар коллективында туғыҙ уҡытыусы эшләй, уларҙың уртаса йәше – 50, – тине Эльвира Ҡәйепова.
Былтыр мәктәпкә ошо ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙар – Айзилә Рәсембәтова менән Нурсилә Йәнтүрина эшкә ҡайтҡан. Уларҙың береһе балаларға – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, икенсеһе физкультура һәм ОБЖ дәрестәренән белем бирә. Яңы ғына эш башлауға ҡарамаҫтан, Айзилә Иршат ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһендә ҡатнашырға өлгөргән һәм бар яҡлап килгән белгес икәнлеген күрһәткән.
“Ләйсән” балалар баҡсаһында ла кескәйҙәрҙе осратырға тура килмәне. Баҡса мөдире Нәжиә Мәмбәтова белдереүенсә, коллективта бөтәһе дүрт кеше эшләй. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеға ун ҡыҙ һәм малай йөрөй. Улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла. Кескәйҙәрҙе милли рухта тәрбиәләү маҡсатында “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Өләсәйҙәр һандығы” кеүек байрамдар үткәрелә. Балалар йыл һайын “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла
Тиҙҙән ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен аса. Әле унда һуңғы эштәр бара. Яңы медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Яңы ФАП-тың нигеҙен июль айында һала башланылар. Быға тиклем медицина пункты ике фатирлы йорттоң бер яғында булды. Уның тәҙрәләре ныҡ иҫке ине, түбәһе төшә башлағас, медицина учреждениеһын ауылдың күп функциялы мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһенә күсерҙеләр. Унда эшләүемә өс йыл булып та китте, – ти Мәмбәт ауылы фельдшеры Фәрзәнә Ҡәйепова.
Фәрзәнә Сибай медицина училищеһын тамамлаған, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алты йыл эшләй. Ауылда бөтәһе 500-гә яҡын кеше иҫәптә тора, 18 йәшкә тиклемге 118 бала булһа, 60 йәштән өлкәндәр һаны – 67.
Тиҙҙән сафҡа инәсәк өр-яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында бар уңайлыҡтар тыуҙырылған: фельдшер, акушер, процедуралар, балаларҙы ҡабул итеү бүлмәләре ҡаралған, йылы һыу, бәҙрәф бүлмәһе эстә буласаҡ, бина электр уты менән йылытыласаҡ, интернет үткәреләсәк.
Фәрзәнә Ғәлийән ҡыҙы был ауылға 1998 йылда килен булып төшкән. Ире Һиҙиәт Әйүп улы менән дүрт малайға ғүмер биргәндәр. Әхмәт, Юлдаш, Сынбулат һәм Алмас исемле буласаҡ батырҙарҙы үҫтерә улар.
“Ауылдың киләсәге бармы?” тигән һорауға яуап эҙләү ҙә кәрәкмәне, һәр хәлдә, дүрт улдың береһе булһа ла атай нигеҙен ташламаҫ, тигән ышаныс бар.
Йәшәй белгәнгә тормош йәмле
Бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе хеҙмәт ветерандары Кинйәбикә менән Фәрит Мәмбәтовтар 65 йылға яҡын тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлай. Ауылда иң өлгөлө һәм абруйлы ғаилә булараҡ та ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә.
Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙы 30 йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, Фәрит Исмәғил улы мал табибы була. Аҙаҡ төрлө урында эшләп, 44 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Ауылда ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған ғаилә хаҡлы ялға сыҡҡас, баҡса үҫтереүгә тотона. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаларында нимәләр генә юҡ! Йорт хужаһы уларҙы тәрбиәләй, хужабикә иһә емеш-еләктән ҡайнатмалар, компот яһай, йәшелсә тоҙлай, салаттар әҙерләй. Дүрт бала тәрбиәләп тормош юлына баҫтырғандар, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре – йылылыҡ һәм матурлыҡ бөркөп, уларҙы һәр саҡ көтөп торған йорттоң төп ҡунаҡтары.
Ысынлап та, ауылда Мәмбәт ҡарт вариҫтарының береһе булған, бөгөн инде туғыҙынсы тиҫтәләрен ваҡлаған Мәмбәтовтар, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәүҙәре менән бәхетле. Юҡҡамы ни халыҡ та “ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы” тимәй бит!
Берең – ут, икенсең һыу булғанда
Ғәшүрә менән Әхтәм Ғәбитовтарҙың татыу, ишле һәм ярҙамсыл ғаиләһе ауылдаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанған һәм өлгө булып тора.
Ғаилә биш балаға ғүмер биргән. Һамар ауылы ҡыҙы Ғәшүрә Хәкимйән ҡыҙы, 1991 йылда Мәмбәт егетенә кейәүгә сығып, ололар әйтмешләй, ошо ергә таштай батып, балалар бағыуы менән үҙен бәхетле һанай. Уның күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй. “Радий Хәбировтың ҡулынан миҙал алдым”, – ти хужабикә.
Яңы өйләнешкән йәштәр өсөн тормош юлы еңелдән булмай. Ғаилә ҡороп күп тә үтмәй, Ғәшүрә Хәкимйән ҡыҙының ата-әсәһе бер-бер артлы вафат була. Бәләкәй туғандарын үҙ янына алып тәрбиәләй, уларҙы башлы-күҙле итә. Ике һеңлеһенә, ике ҡустыһына ата-әсә наҙын алмаштыра, уларға бар яҡлап терәк була.
– Ирем шул тиклем игелекле, туғандарымды үҙенекеләй күреп үҫтерҙе, бер насар һүҙ әйтмәне, – ти йорт хужабикәһе. – Берең – ут, икенсең һыу булғанда ғына, донъя көтөргә була. Тормошта һауыт-һаба шылтыраған мәлдәр ҙә булғылай, әммә барыһын да кисерә белеү кәрәк.
Ғаилә башлығы Әхтәм Әнүәр улы оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сығып, әле ҡарауылсы вазифаһына урынлашҡан. Оло ҡыҙҙары Ләйсән кейәүе менән ике ҡыҙ үҫтерә. Илгизәрҙәре Өфөлә үҙ эшен асҡан, Гөлнәзирә Сибай медицина колледжында белем ала. Гөлдәриә менән Динислам – мәктәп уҡыусылары.
Уңған ғаилә күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Өҫтәлдәрендә – һәр саҡ үҙҙәре етештергән сифатлы һәм тәмле ризыҡтар. “Ауылда иртә таңдан тороп тырышһаң ғына, үҙеңдең ризығыңды ашарға була”, – тип йылмая хужабикә лә.
– Ауылда йәшәп, мал тотмайынса булмай. Ғаилә ишле, балаларҙы уҡытырға ла кәрәк. Бар эште бергә башҡарабыҙ, быйыл бесән уңды, тиҙ арала эшләп тә ҡуйҙылар. Бәләкәйҙән һәр бер баланың үҙенең яуаплы шөғөлө булды, уларҙы хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерергә тырышабыҙ, – ти Ғәшүрә ханым.
Улар йәшәгән күркәм, ҙур йорт та, ихата тулы йәшелсә, еләк-емеш, кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт та, ысынлап та, Ғәбитовтарҙың тырыш булыуын раҫлай.
Бына кемдәрҙән өлгө алырға!
Һәр ауылда ниндәйҙер шөғөл-кәсепкә тотонған, яҙмыштары ҡыҙыҡлы йә иһә ҡыҙғаныс булған, матур йәшәгән, башҡаларға өлгө күрһәткән кешеләре бар. Был юлы ла шундайҙар менән осраштыҡ.
Хәлимә Ҡәйепова 38 йыл сауҙа өлкәһендә эшләгән, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, әле ауылдың үҙ “Мичурины”. Ул үҫтермәгән емеш-еләк ҡалмағандыр, тип шаярта ауылдаштары. Беҙ барғанда ла Хәлимә Усман ҡыҙы йәшелсә баҡсаһын хәстәрләп йөрөй ине.
– Ҡыҙыҡһыныуҙан башланды барыһы ла, – тине әңгәмәсем. – Гәзит-журналдарҙа ҡайҙалыр шул емеште, йәшелсәне үҫтерәләр, быныһы шунса килограмм булды, бигерәк тәмле, тип уҡый торғас, ниңә үҙемә лә шуларҙы үҫтереп ҡарамаҫҡа, тигән уй килде. Ул ваҡытта бөгөнгө кеүек орлоҡтар тулып ятманы, булманы ла тиерлек. Күп осраҡта почта аша яҙҙырып алдым, уларҙы үҫентегә ултыртып, шулай мәшәҡәтләнә торғайным. Хәҙер теплица бар, һауа торошо ла йыл һайын йылына бара, үҙем дә өйрәнеп алдым. Ана, ҡарағаттарҙы өҙөп алып ергә тыҡһам, үҫә лә китә. Уларҙың ғына бер нисә төрө бар: ағы ла, ҡыҙылы ла, һарыһы ла, ҡараһы ла. Крыжовниктарым да төрлө сортлы. Ҡарбузын да, ҡабағын да, ҡауынын да үҫтерәм, помидор-ҡыяр хаҡында әйтеп тә тормайым. Емештәремде йыйып, балаларыма таратып, үҙемә етәрлек ҡайнатмалар әҙерләп алдым.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Анфиса Шәрипованың да хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Ҡырҡ йылға яҡын һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ханымдың йортон төрлө гөлдәр биҙәй, ихатаһы алдында иһә сағыу сәскәләр үҫә.
Башҡорт ауылы өсөн ятыраҡ күренгән Анфиса исеменең дә үҙ тарихы бар булып сыҡты.
– Атайым Мирсәйет Шәрәфетдинов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Белоруссияны азат иткән ваҡытта ҡаты яралана, ялан госпиталендә аяғының яраһын йәш кенә санитарка бәйләй. Исемен һорашып, уның Анфиса исемле белорус ҡыҙы икәнлеген белә. “Һуғыштан имен-һау ҡайтып, ҡыҙым булһа, мотлаҡ Анфиса тип исем ҡушам”, – тип нәҙер әйтә. Һуғыштан ҡайтып әсәйемә өйләнгәс, тәүге ҡыҙҙарына Зәйтүнә тип исем ҡушалар. Икенселәре, йәғни мин, донъяға килгәс, атайым “был ҡыҙым Анфиса була” тигән. Бәләкәй саҡта һәр саҡ тубығына ултыртып, “минең Анфисам” тип һикертә торғайны. Кавалерист була ул, һәр саҡ: “Эльбала күпме дуҫтарым ятып ҡалды, мин һеҙҙең бәхеткә ҡайтҡанмындыр”, – ти торғайны. “Аттарыбыҙҙы ялға туҡтатҡанда үҙебеҙгә тип бирелгән бер киҫәк шәкәрҙе лә уларға ашатыр инек. Күҙҙәребеҙгә тилмереп кенә ҡарап торҙолар, хатта йәй эҫегә тимерҙәр ҡыҙып китер ине, һалдаттар нисек түҙҙе икән?!” – тип һөйләгәндәре һаман хәтерҙә. Шуларҙы ниңә яҙып алманыҡ икән тип үкендерә хәҙер, – ти Анфиса ханым.
Ауылдан ҡайтырға сыҡҡанда бер төркөм баланың гөр килеп, бер-береһен уҙҙырып, сәпидтә елдереүенә тап килдек. Тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө, балалар рәхәтләнеп уйнай, ауыл йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Мәмбәт ҡарт вариҫтары үҙ нәҫеленә тап төшөрмәй сәмләнеп-дәртләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә, атайсалына тоғро ҡала. Ә инде ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр – һыу, юл, кәрәҙле телефондың насар тотоуы, интернеттың әкрен эшләүе киләсәктә хәл ителер, тип ышанғы килә. Яңы моделле фельдшер-акушерлыҡ пункты иһә мәмбәттәрҙең сәләмәтлеге һағында оҙаҡ хеҙмәт итһен, мәктәптәре ябылмаһын, ауылға йәштәр ҡайтып, яңы йорттар күтәрһен.
Кәримә УСМАНОВА