Йәмғиәт
18 Октябрь 2022, 10:50

Ярҙам сараларын тиҙләтер кәрәк

Андрей Назаров Башҡортостанда мобилизацияланғандарға ярҙам саралары тураһында һөйләне. 

Ярҙам сараларын тиҙләтер кәрәкЯрҙам сараларын тиҙләтер кәрәк
Ярҙам сараларын тиҙләтер кәрәк

Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республикалағы мобилизацияланған граждандарға ярҙам итеү хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы ҡарары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса саралар планы раҫланды. Уға 30 ярҙам сараһы индерелгән. Атап әйткәндә, улар шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеүҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

Планды тормошҡа ашырыу өсөн төрлө кимәлдәге 22 норматив-хоҡуҡи акт ҡабул итергә кәрәк. Улар – өс республика законы, биш республика Башлығы Указы, Хөкүмәттең 13 ҡарары һәм бер бойороғо, шулай уҡ бер нисә урындағы акт.

Хөкүмәткә һигеҙ норматив хоҡуҡи акт проекты тәҡдим ителде. Тағы алтыһын республика Башлығының тейешле закондарын һәм указдарын ҡабул иткәндән һуң әҙерләргә кәрәк.

– Шуға күрә ҡыҙыҡһынған республика башҡарма власть органдарын был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. Бөтә кәрәкле документтар ҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙер булырға тейеш. Бындай тәжрибә беҙҙә бар. Бөтә процедуралар ҙа һыналған, – тине Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19152/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас