Йәмғиәт
18 Октябрь 2022, 03:00

Зәйнәп инәйгә – 103 йәш!

Йөҙйәшәр оҙайлы ғүмер кисереү серен дә асҡан...

Зәйнәп инәйгә – 103 йәш!Зәйнәп инәйгә – 103 йәш!
Зәйнәп инәйгә – 103 йәш!

Салауат районында йәшәгән Зәйнәп Сәләх ҡыҙы Һаҙыеваға 103 йәш тулды, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите хәбәрселәре. Беҙ ҙә хеҙмәт ветеранын  оло байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Зәйнәп Сәләх ҡыҙы Шәрип ауылында ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй.  Уны күркәм байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов та килгән.

Йөҙйәшәр оҙайлы ғүмер кисереү серен дә асҡан. “Хеҙмәт, хәрәкәт һәм изгелек – бына   уның төп сере”, ти Зәйнәп инәй. “Ул бер ваҡытта ла бер кем менән ыҙғышманы, бер кемгә лә насар һүҙ әйтмәне”, - тип хәтерләй ауылдаштары.  “Ул - минең тәүге уҡытыусым!” тип ғорурланғандар ҙа бар.

Зәйнәп Сәләх ҡыҙы - бәхетле әсәй, өләсәй һәм ҡартинәй, ул биш балаға ғүмер биргән, ә 12 ейән-ейәнсәргә өләсәй һәм 23 бүлә-бүләсәргә ҡартинәй.

Фото:”Салауат ерендә” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас