Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 15:00

Ҡатмарлы хәлдә юғалып ҡалмаған

Поликлиникала сабыйын күтәргән йәш әсә баҫҡыстан төшөп килешләй: "Баламды ҡотҡарығыҙ!" - тип асырғанып ҡысҡыра башлай. Шул мәлдә уларға ҡаршы килгән шәфҡәт туташы... 

Ҡатмарлы хәлдә юғалып ҡалмағанҠатмарлы хәлдә юғалып ҡалмаған
Ҡатмарлы хәлдә юғалып ҡалмаған

Поликлиникала сабыйын күтәргән йәш әсә баҫҡыстан төшөп килешләй "Баламды ҡотҡарығыҙ!" - тип асырғанып ҡысҡыра. Шул мәлдә уларға ҡаршы килгән шәфҡәт туташы Флүрә Солтанова, юғалып ҡалмай, балаға тәүге ярҙам күрһәтергә ташлана. Тәжрибәле белгес шунда уҡ баланың тын юлына ниндәйҙер әйбер тығылыуын аңғара һәм тәүәккәл генә эшкә тотона.

Флүрә Ғәлиәскәр ҡыҙы баланы баштүбән тотоп, арҡаһына ҡаға башлай. Бәхеткә күрә, бала тын ала башлай һәм илап ебәрә. Ваҡиға урынына килеп еткән "Ашығыс ярҙам" машинаһында сабыйҙы артабан тикшереү өсөн дауаханаға алып китәләр. Әлеге осраҡта шәфҡәт туташының хәлгә дөрөҫ баһа биреп, ҡыйыу эш итеүе арҡаһында сабый иҫән ҡалған, тип баһаланған.

Яр Саллылағы 2-се поликлиника етәкселеге премия һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләргә уйлаһа ла, шәфҡәт туташы быларҙан баш тарта, "Был - беҙҙең эш, бының өсөн миңә бер ниндәй ҙә награда кәрәкмәй", - ти ул.

Ауыр һәм кәрәкле һөнәр эйәһе Флүрә Ғәлиәскәр ҡыҙына һәм барлыҡ табип, шәфҡәт туташтарына эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: vk.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас