Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 11:00

Башҡортостан Башлығы “Тура бәйләнеш” үткәрәсәк

Уға һорауҙарҙы әленән ебәрә башларға була. 

Башҡортостан Башлығы “Тура бәйләнеш” үткәрәсәкБашҡортостан Башлығы “Тура бәйләнеш” үткәрәсәк
Башҡортостан Башлығы “Тура бәйләнеш” үткәрәсәк

27 октябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан-24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары һәм “Юлдаш” радиоһының тура эфирында республика халҡының һорауҙарына яуап бирә.

“Тура бәйләнеш”кә һорауҙы ике ысул менән – Башҡортостан Башлығының “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһенә комментарий рәүешендә ебәрергә йәки видеомөрәжәғәт яҙып, төбәк етәксеһенең рәсми сайтындағы махсус бүлеккә һалырға мөмкин. Һорауҙарҙы нисек дөрөҫ ебәреү тураһында видеоинструкцияла белергә мөмкин.

“Тура бәйләнеш”тең трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас